Башҡортостанда Рәсәйҙәге ерле халыҡтар телен һаҡлау буйынса йыйылма саралар уҙа.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡытыусылар өсөн Мәскәү дәүләт педагогия университетының лингводидактика кафедраһы етәксеһе Елизавета Хамраева тарафынан “Мәғәнәүи уҡыуҙың билингваль технологиялары” оҫталыҡ дәресе үтте.
Ул сығышының башында уҡ хәҙерге заманда көнүҙәк мәсъәләне ҡуҙғатты: нисек балаларҙа китап уҡыуға һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятырға, уларҙың уҡыу техникаһын шымартырға?
заман балаларында был тойолмай, - тине ул, - телмәр эшмәкәрлегенең беҙ дүрт төрөн беләбеҙ: уҡыу, һөйләү, тыңлау, яҙыу. Тыңлау механизмы һөйләүҙе булдыра, ә яҙыу механизмы – уҡыуҙы. Балала уҡыуҙа ҡыҙыҡһыныу уянһын өсөн, уға бар уңайлы шарттар булдырырға кәрәк. Ул яйлап текстың әҙәби һәм рәсми формаларының ҡатмарлылығыраҡтарына күсергә, ошо арҡылы уҡыу оҫталығын үҫтерергә тейеш. Эйе, хәҙерге заман балаһын гаджеттарҙан айырып та булмай, уларҙы ҡулланмау ҙа мөмкин түгел. Хәҙерге заман балаһына китап уҡыу процессы оҡшарға тейеш. Уйлап ҡараһаң, балаларыбыҙ китап уҡыуҙан тыш, барыбер көн-төн нимәлер уҡый, мәғлүмәт туплай. Тик нимә уҡый һуң улар?
Белгес фекеренсә, баланың китап уҡыға ылыҡҡан сағын ваҡытында күреп, ошо мәл менән файҙаланып ҡалыу мөһим. Был мәл һәр балаға йәшенә ҡарамайынса төрлө ваҡытта килә.
Оҫталыҡ дәресенең төп темаһы билингваль технологияларға ҡайтып ҡалғанға күрә, Елизавета Хамраева ике телдә уҡыу хаҡында ентекләп һөйләне. Бала ике телдә аралаша икән, мәҫәлән, башҡорт һәм рус телдәре, ниндәй телдә уҡыу техникаһын башларға һуң?
Артабан уҡыу механизмын яйға һалып та, баланың текстың мәғәнәһен аңламаған хәлдә нимә эшләргә, ике телдә уҡып та, уҡығандың йөкмәткеһенә нисек төшөнөргә, уҡыу техникаһының етә формалашмауы арҡаһында килеп тыуған проблемалар, уҡыу күрһәткестәре һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Былар хаҡында ентекләберәк киләһе мәҡәләлә уҡығыҙ.