+1 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь 2023, 16:17

Әйҙә уйнарға киттек!

Өфөлә икенсе көн рәттән “Әйҙә уйнарға” Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар фестивале уҙа.

Әйҙә уйнарға киттек!
Әйҙә уйнарға киттек!

Өфөлә икенсе көн рәттән “Әйҙә уйнарға” Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар фестивале уҙа. Иртәнән алып кискә тиклем Совет майҙанында илдең төрлө төбәктәренән йыйылған уйынсыҡтарҙан торған йәрминкәләр гөрләй, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, башҡа ҡыҙыҡлы интерактив программалар эшләй.

Фестивалдең беренсе көнөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, был сара күңел асыу ғына түгел, ә уйынсыҡтар етештереүселәргә ярҙам йөҙөнән дә уҙғарыла. Шулай уҡ фестивалдә Рәсәйҙең төрлө ерҙәренән килгән етештереүселәр, балалар өсөн анимацион контент эшләүсе белгестәр үҙ-ара тәжрибә уртаҡлаша, аралаша ала.

“Әйҙә уйнарға” фестивале сиктәрендә йәнһүрәт геройҙары парады ла уҙҙы. Араларында сит ил йәнһүрәттәре геройҙары юҡ, барыһы ла үҙебеҙҙеке – парадты Совет һәм Рәсәй йәнһүрәттәре персонаждары биҙәне.

Башҡортостан театрҙары фестивалгә килеүселәр өсөн спектаклдәр ҡуя, сарала шулай уҡ йәнһүрәттәр күрһәтеү ҙә ҡаралған. Беренсе көндө билдәле Рәсәй йондоҙо кескәй йырсы Милана Хәмитованың концерты тамамланы.

Икенсе көндә иһә “Фикси-шоу” тип исемләнгән музыкаль уйын сараһы, Рус драма театры тарафынан “Аленький цветочек” интерактив спектакле, Антон Зорькин менән “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр”, “Непоседы” төркөмөнөң концерты уҙҙы.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: