+2 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2023, 22:28

Өфөлә Милана Хәмитова бушлай концерт ҡуясаҡ!

14-17 сентябрь Совет майҙанында “Әйҙә уйнарға!” Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар фестивале үтә. Бында балалар өсөн ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла саралар ҡаралған. 

Өфөлә Милана Хәмитова бушлай концерт ҡуясаҡ!
Өфөлә Милана Хәмитова бушлай концерт ҡуясаҡ!

Был фестиваль уңайынан “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында журналистар менән матбуғат конференцияһы уҙҙы. Һөйләшеүҙә фестивалдең ойоштороусылары – Башҡортостан Хөкүмәте, мәғариф, мәҙәниәт, сауҙа, ғаилә, сәнәғәт һәм инновациялар министрлыҡтары вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең премьер-министр урынбаҫары, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев “Уйынсыҡтар сағыу ғына түгел, хәүефһеҙ ҙә булырға тейеш”, - тип белдерҙе. Ул шулай уҡ сит ил уйынсыҡтарына үҙебеҙҙә етештерергәндәрҙе алмаштырыу тураһында һөйләне.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова фестивалдең мәҙәни программаһы менән таныштырҙы. “Әйҙә уйнарға” өс көн дауамында иртәнге ундан киске туғыҙға тиклем Совет майҙанында барасаҡ. Төшкө ун икелә ҡурсаҡтар парады уҙасаҡ, Башҡортостандың театры сәхнәләрҙә әкиәттәр ҡуясаҡ.

14 сентябрь билдәле Рәсәй йондоҙо, кескәй йырсы Милана Хәмитова сығышы менән йәнатарҙарын ҡыуандырасаҡ.

Шулай уҡ фестивалдә башҡорт телендәге йәнһүрәттәрҙе, фильмдарҙы күрһәтеү ҡаралған, ошонда уҡ күптән түгел ҙур экранға сыҡҡан “Төнъяҡ амурҙары” тәүге башҡорт тулы метражлы йәнһүрәт тә күрһәтеләсәк.

Башҡортостандың Милли музейы үҙенсәлекле экспонаттар-уйынсыҡтар тәҡдим итәсәк.

Әйҙә уйнарға”ла асыҡ балалар телестудияһы ла үҙ эшен йәйелдерәсәк, ә колонна залында квиз уйындары уҙасаҡ.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт министры Ленара Иванова фестивалдә ғаилә психологтары психологик уйындар уҙғарасаҡ, реабилитация үҙәге эшләйәсәк тип белдерҙе. Мәҫәлән, балаларҙы логопедтарға һәм башҡа белгестәргә бушлай күрһәтеү мөмкинселеге буласаҡ. Ошонда уҡ инвалид балаларға ярҙам күрһәтеү нөктәләре лә эшләйәсәк.

Ғәҙәттә һәр айҙың һуңғы ял көндәрен Ғаилә ялы тип билдәләйбеҙ. Фестивалдә лә төрлө уйындар, фотозона буласаҡ”, - тине ул.

Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин мәктәпкәсә белем биреү һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре буласаҡ, тип хәбәр итте.

Баланың шәхесе формалашыуҙа уйынсыҡтар мөһим роль уйнай”, - тине ул.

Сауҙа министрының беренсе урынбаҫары Азат Асҡаров фестивалдәге ризыҡҡа ҡағылышлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы: был сарала кондитерҙар өсөн махсус оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған, төрлө туҡланыу урындары ла буласаҡ.

 

 

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: