-2 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2023, 14:16

Стәрлетамаҡта "Беренселәр хәрәкәте" балалар һәм пионерҙар ойошмаһы бүлеге асылды

Проект мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙа тартыныу хисен еңеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. 

Стәрлетамаҡта "Беренселәр хәрәкәте" балалар һәм пионерҙар ойошмаһы бүлеге асылды
Стәрлетамаҡта "Беренселәр хәрәкәте" балалар һәм пионерҙар ойошмаһы бүлеге асылды

Стәрлетамаҡтағы беренсе һанлы насар ишеткән балалар өсөн тәғәйенләнгән коррекцион мәктәптә “Беренселәр хәрәкәте” дөйөм Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр хәрәкәтенең беренсе бүлеге асылды. Сара “Һинең ваҡыт – асыштар мәле” проекты сиктәрендә үтте.

Күп балалар өсөн беренсе бүлектең асылыуы хәрәкәттең үҙе менән танышыуға олғашты: төрлө мәктәптәрҙән йыйылған 110 бала хәрәкәттең эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт тупланы.

Һинең ваҡыт – асыштар мәле” проекты – ул Стәрлетамаҡ коррекцион мәктәбендә уҡыған балалар һәм А. П. Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайында шөғөлләнгәндәр араһында тематик күнекмәләр булдырыу өсөн тәғәйенләнгән ойошма. Ул мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙа тартыныу хисен еңеүҙе маҡсат итеп ҡуйған.

Проект сиктәрендә һаңғырау балалар өсөн квест уйындары, Яңы Йыл программаһы, Стәрлетамаҡ буйлап экскурсия, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

Беренселәр хәрәкәте”нең бүлеген асыу сараһында ла балалар “Хәрәкәттә бул!” исемле ҙур квест уйынында ҡатнаштылар. Был уйын “Беренселәр хәрәкәте” тураһындағы белемде, уның ҡиммәттәрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: