+1 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август 2023, 08:07

Яңы тарих китаптары сыҡты

Мәктәптәрҙә тарихты яңы берҙәм уҡыу әсбаптары буйынса өйрәнәсәктәр. 

Яңы тарих китаптары сыҡты
Яңы тарих китаптары сыҡты

1 сентябрҙән алып бөтә Рәсәй буйынса мәктәп программаһына яңы тарих китабы индерелә. Әсбап авторҙары — Владимир Мединский һәм Александр Чубарьян.

Яңы китаптар Рәсәйҙә һәм донъяла булған әһәмиәтле ваҡиғалар тураһында ентекләберәк аңлатма бирә.

— Хәҙер китапта Ҡытай, Һиндостан. Япония тураһында күберәк яҙылған. Хатта беренсегә Африка континенты ла бар, - ти Александр Чубарьян.

Берҙәм уҡыу китабы дүрт томдан тора — "Рәсәй тарихы" һәм 10-11 кластар өсөн "Дөйөм тарих".

Киләһе уҡыу йылы башына 5-9 кластар өсөн китаптар әҙер буласаҡ.

Яңы тарих китабын Башҡортостан мәктәптәрендә лә көтәләр.

— Берҙәм уҡыу китабы кәрәк. Ундағы факттарҙың архивтан алынған белешмәләр менән нигеҙләнеүе мөһим. Яңы ысынбарлыҡ шарттарында был китап балаларҙа критик фекерләү, илһөйәрлек тәрбиәләһен ине, - ти Ләйсән Ушиярова, Благовещенск ҡалаһының күп профилле һөнәри колледжындағы тарих уҡытыусыһы.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: