+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2023, 12:56

Улар Беларусь Республикаһынан килгән

Балалар ярыш майҙанында көс һынашҡансы, уларҙың тренерҙары менән фекер алышырға насип булды.

Улар Беларусь Республикаһынан килгән
Улар Беларусь Республикаһынан килгән

Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә “Рәсәй – Беларусь” халыҡ-ара мәктәп спорты фестивалендә Беларусь Республикаһынан йәш шахматсылар ҡатнаша. Баш ҡала Минскиҙан тыш, Орша ҡалаһынан да килгәндәр.

Балалар ярыш майҙанында көс һынашҡансы, уларҙың тренерҙары менән фекер алышырға насип булды.

“Дүрт баланы әҙерләп алып килдек. Макар Науменко, Захар Шуляк, Полина Дубовская, Варвара Криштафовичтар – бына беҙҙең йәш шахматсыларыбыҙ”, - ти тренер Кирилл Никитин.

Тағы ла бер тренер Эльвира Бобкова белдереүенсә, Башҡортостанға килгән был балалар үҙҙәрендә уҙған “Белая ладья” шахматсылар конкурсы еңеүселәре.

“Автобус, поезд менән килдек, балаларға ара алыҫ булыуы күңелле мажара. Бөгөн көн оҙоно, иртәгә турнирҙар үтәсәк, Өфө буйлап экскурсия ла планлаштырылған”, - ти ул.

Улар Беларусь Республикаһынан килгән
Улар Беларусь Республикаһынан килгән
Улар Беларусь Республикаһынан килгән
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: