Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә “Рәсәй – Беларусь” халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале лә уҙа.
Рима Баталова исемендәге Башҡортостандың спорт әҙерлеге үҙәгенә Башҡортостандан, Рәсәйҙән һәм Беларусь Республикаһынан йыйылған балалар шахмат, бадминтон, баскетбол, мини-футбол, өҫтәл теннисы, йөҙөү спорттары буйынса көс һынаша.
Шахмат буйынса ярышҡа төрлө йәштәге мәктәп уҡыусылары йыйылған. Рәсәйҙең төрлө республика-өлкәләренән дә килгәндәр. Дарья Злобина Ҡырым Республикаһынан, уға 11 йәш.
“Шахмат менән алты йыл шөғөлләнәм, был спорт төрөнә үҙ теләгем менән килдем. Шахматта уйын барышы үҙе, фекер йөрөтөүе оҡшай. Киләсәктәге тормошомдо ла был спорт төрө менән бәйләргә теләйем”, - ти ул.
Алиса Мотина үҙебеҙҙең Өфө ҡыҙы. Ул шахмат менән ете йыл шөғөлләнә.
“Шахмат кешелә логик фекерләүҙе үҫтерә”, - ти ул.
Дарья менән Алиса бер-береһе менән уйнап, Башҡортостан һәм Ҡырым исеменән сығыш яһай.
Ярыш бер нисә турнирҙарға бүленгән, балалар бөгөн һәм иртәгә үҙ-ара көс һынашасаҡ.
Йәш шахматсыларға уңыштар теләйек!