-1 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2023, 19:18

Дмитрий Харатьян дуҫлыҡ тураһында ни уйлай?

Билдәле актер Өфөлә уҙған "Евразия йөрәге" халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә ҡатнаша. Журналистар менән осрашыуҙа ул балаларҙың дуҫлыҡ, актерлыҡ һөнәре тураһында һорауҙарына ла яуап бирҙе. 

Дмитрий Харатьян дуҫлыҡ тураһында ни уйлай?
Дмитрий Харатьян дуҫлыҡ тураһында ни уйлай?

Өфөлә “Евразия йөрәге” Халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтә. Ул йылдағыса Башҡортостандан, Рәсәйҙән генә түгел, төрлө төбәктәрҙән ижади коллективтар йыя, концерттар билдәле Рәсәй йондоҙҙары ҡатнашлығында уҙа.

Быйылғы “Евразия йөрәге”ндәге беренсе, кинематограф музыкаһына арналған көнөнөң алып барыусыһы – билдәле рус актеры Дмитрий Харатьян. Ул сара башланыр алдынан журналистар менән осрашты, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

  • Мин Башҡортостанда беренсе тапҡыр түгел, гел был республикаға саҡырыуҙарына ҡуш ҡуллап риза булам. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мин йәшәгән Красногорск ҡалаһының башлығы булды, ундағы кешеләр Радий Фәрит улын әле булһа тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алалар, сөнки ул ҡала, ҡала халҡы өсөн күп изге эштәр башҡарҙы. Башҡортостанға килеү минең өсөн ҡыуаныс та, абруй ҙа, бындағы кешеләр, ер, мәҙәниәт, ошондай ҙур саралар арбай, - тине актер.

Осрашыуҙа балалар ҙа бар ине. Тап улар Дмитрий Харатьяндың дуҫлыҡ хаҡында фекере менән ҡыҙыҡһынды.

  • Дуҫлыҡ – ул кеше өсөн иң мөһим төшөнсәләрҙең береһе, тап был мөнәсәбәт башҡаларына ҡарағанда үтә көслө. Бер бөйөк кеше әйтмешләй, дуҫлыҡ – ул тәүлек әйләнәһенә. Дуҫлыҡ – ул яуаплылыҡ та, йәшәүгә көс биргән шатлыҡ та. Был төшөнсә, мөхәббәт кеүек үк, йәшәргә ярҙам итә, - тине йондоҙ.

Дмитрий Харатьяндан “Актер булыр өсөн күп уҡырға кәрәкме?” тип тә ҡыҙыҡһындылар.

  • Актерлыҡ – ул даими имтихан, актер булыр өсөн күп белергә, тирә-йүнде, кешеләрҙе даими күҙәтергә кәрәк, - тине ул.

Октябрҙә Дмитрий Харатьян ҡатнашлығында гардемариндар хаҡында яңы ике фильм донъя күрәсәк, унда йәш актерҙар ҙа уйнай, тип хәбәр итте йондоҙ.

“Евразия йөрәге” фестивале өс көн дауамында “Торатау” конгресс-холлы аҫтындағы амфитеатрҙа уҙа. Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын беренсе көндә билдәле йырсы Лариса Долина ла сәләмләйәсәк. Сәләм, тигәндән, Дмитрий Харатьян башҡортса “Сәләм, Уфа! Сәләм, Башҡортостан!” тип тә әйтеп күрһәтте.

Дмитрий Харатьян дуҫлыҡ тураһында ни уйлай?
Дмитрий Харатьян дуҫлыҡ тураһында ни уйлай?
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: