+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2023, 12:44

“Бадминтон – йөҙөүҙән ҡала иң ауыр спорт төрө”

Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә “Рәсәй – Беларусь” халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале лә уҙа.

“Бадминтон – йөҙөүҙән ҡала иң ауыр спорт төрө”
“Бадминтон – йөҙөүҙән ҡала иң ауыр спорт төрө”

Рима Баталова исемендәге Башҡортостандың спорт әҙерлеге үҙәгенә Башҡортостандан, Рәсәйҙән һәм Беларусь Республикаһынан йыйылған балалар шахмат, бадминтон, баскетбол, мини-футбол, өҫтәл теннисы, йөҙөү спорттары буйынса көс һынаша.

Септә аша ракеткалар менән волан һелтәп көс һынашыу бадминтон тип атала. Баҡтиһәң, ҡарап тороуға еңел генә күренгән был спорт төрө иң ауырҙарынан һанала икән. Бының турала беҙ Татарстан Республикаһының Алексеевское районынан балаларҙы ярышҡа әҙерләп алып килгән Игорь Назаровтан белдек.

“Беҙҙең төбәктән ике малай, ике ҡыҙ ярыша, уларға 14 йәш, - ти Игорь Борисович, - бадминтон йөҙөүҙән ҡала иң ауыр спорт төрҙәренең береһенән иҫәпләнә. Ул балала координацияны үҫтерә, таҫыллыҡҡа, тапҡырлыҡҡа өйрәтә, иғтибарлы булырға этәрә.

Игорь Назаров инде ҡырҡ йыл балаларҙы бадминтон серҙәренә өйрәтә. Был спорт төрөнә баланы 6-7 йәштән бирергә була.

Кира Кузнецова бадминтон ярыштарында “Ағиҙел” клубы исеменән сығыш яһап, Башҡортостан данын “бишле”гә яҡлаған: еңеүгә өлгәшкән.

“Бадминтон үҙ-үҙеңә ышанысты арттыра. Гел еңеүҙәр ҙә булып тормай, әлбиттә. Еңелеүҙәргә ҡарамай, күңелде төшөрмәй алға барыр кәрәк”, -  тине ул.

 

“Бадминтон – йөҙөүҙән ҡала иң ауыр спорт төрө”
“Бадминтон – йөҙөүҙән ҡала иң ауыр спорт төрө”
“Бадминтон – йөҙөүҙән ҡала иң ауыр спорт төрө”
“Бадминтон – йөҙөүҙән ҡала иң ауыр спорт төрө”
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: