+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июнь 2023, 23:32

Йәш рәссамдарҙың портреттар күргәҙмәһе асылды

Мортаза Рәхимов, Мостай Кәрим, Миңлеғәле Шайморатов, Даян Мурзин, Людмила Павличенко, Владимир Маяковский, хатта Гарри Поттер... Һәр бала үҙе теләгән һәм хөрмәт иткән шәхесте һынландырған.

Йәш рәссамдарҙың портреттар күргәҙмәһе асылды
Йәш рәссамдарҙың портреттар күргәҙмәһе асылды

Өфөләге ВДНХ-ла балалар һүрәттәре күргәҙмәһе асылды. Ул “АртТим” студияһы уҡыусыларының эштәренән тора.

Мортаза Рәхимов, Мостай Кәрим, Миңлеғәле Шайморатов, Даян Мурзин, Людмила Павличенко, Владимир Маяковский, хатта Гарри Поттер... Һәр бала үҙе теләгән һәм хөрмәт иткән шәхесте һынландырған.

Совет дәүләт эшмәкәре, Социалистик хеҙмәт геройы Роман Руденконы төшөргән Рената Кәримова белдереүенсә, күңелеңә ятҡан шәхесте генә ихлас һәм оҡшатып һүрәткә төшөрөп була.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙарын да төшөргән йәш рәссамдар бар. Ун бер йәшлек Камил Шәрипов оло олатаһының портретын яҙған. “Ике дәрес эсендә төшөрөп бөттөм”, - ти ул.

“АртТим” студияһына 2019 йылда Айнур Тимерғәлиев нигеҙ һалған. Ул – егерме йылдан ашыу тәжрибәһе булған һөнәри рәссам, һынлы сәнғәт буйынса халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты.

“Һәләтле балаларҙы эҙләйбеҙ, улар менән тәүҙә һөйләшеү үткәрәбеҙ, ниндәй йүнәлештә һүрәт төшөрөргә теләгәндәрен асыҡлайбыҙ”, - ти ул.

“АртТим”дың уҡыусыларының эштәре Космонавтика музейында күргәҙмәгә ҡуйылған, билдәле йырсыларға, эшҡыуарҙарға, Рәсәй Геройҙарына бүләк ителгән.

Күргәҙмә бер ай дауамында эшләйәсәк, уны ВДНХ-ла "Россия - моя история" музейында ҡарарға була. 

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: