+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2023, 14:58

Яңы уҡыу йылын яңыртылған мәктәптә!

Баймаҡ районындағы мәктәптә ремонт эштәре 45 процентҡа үтәлгән.  Төҙөүселәр белем усағын 1 сентябргә өлгөртөргә ашыға. 

Яңы уҡыу йылын яңыртылған мәктәптә!
Яңы уҡыу йылын яңыртылған мәктәптә!

Беренсе Төркмән ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбен "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проект сиктәрендә төҙөкләндереү дауам итә.

 

Эш ошо йылдың яҙ айҙарында башланған. Мәктәп өр-яңынан йыһазландырыласаҡ, төрлө яңы һанлы техникалар һәм спорт кәрәк-яраҡтарын, ашхана өсөн яңы ҡорамалдар алыу күҙалланған, тип белдерә Баймаҡ районы хакимиәте.

 

Мәктәп ошо йылдың 15 авгусына әҙер буласаҡ, тимәк, балалар яңы уҡыу йылын яңыртылған белем усағында башлаясаҡ.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: