+19 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Май 2023, 18:09

КИТАП, ӘҘӘБИӘТ, РУХ БАЙРАМЫ

Өфөлә Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр Халыҡ-ара "Китап байрамы" уҙҙы. Беренсе тапҡыр булһа ла, өс көн дауамында Совет майҙанында барған сара юғары кимәлдә уҙыуы менән республика халҡын ғына түгел, ә Рәсәйҙең төрлө төбәктән йыйылған көллөһөн әсир итте.

КИТАП, ӘҘӘБИӘТ, РУХ БАЙРАМЫ
КИТАП, ӘҘӘБИӘТ, РУХ БАЙРАМЫ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был сараға уларҙы Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында йыл да уҙған китап йәрминкәләре илһамландырған.

- Әммә шул уҡ ваҡытта беҙ сараны мәғәнәүи яҡтан киңәйтергә, байытырға тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Был -- китаптар һатыуҙы ойоштороу ғына түгел, ә китап уҡыуға һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү, уҡыуға ылыҡтырыу. Башҡортостандың Яҙыусылар союзына был йәһәттән ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм, - тине ул.

Республика Башлығы хәҙерге заман яҙыусыларының иңдәрендә ҙур яуаплылыҡ ятыуын, уларҙың ысынбарлыҡҡа ҡараш тәрбиәләүҙәрен, ошо рәүешле бер аҙымға алда барыуҙарын да билдәләп үтте.

Ысынлап та, "Китап байрамы" торғаны менән әҙәбиәт, рух тантанаһына әүерелде: бөтә ерҙәрҙән шиғырҙар, сәсмә әҫәрҙәрҙән өҙөктәр яңғырай, майҙан тултырып шағир-яҙыусылар йөрөй, сығыш яһай, ә китаптарҙың ниндәйҙәре генә юҡ! Төрлө телдәрҙә төрлө халыҡтарҙың китаптары бар. Төрлө халыҡ тигәндән, йәрминкәнең статусы халыҡ-ара: тимәк, был сараға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә ҡатнашыусылар йыйылған.

"Аҡбуҙат" журналы "Китап байрамы" өсөн махсус "Рождение детской книги" исемле күргәҙмә әҙерләне. Унда балалар яҙыусылары, "Аҡбуҙат" журналында эшләгәндәрҙең китаптары һәм шул китаптарға һүрәттәр төшөргән рәссамдарҙың ижади эштәре урын алды. Күргәҙмә менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президенты ярҙамсыһы, дәүләт эшмәкәре Владимир Мединский танышты. Улар шулай уҡ журнал тарафынан Ф. Мостафина исемендәге 20-се һанлы Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары өсөн әҙерләнгән "Тыуған илем" квиз уйындарын ҡараны. Баҫманың баш мөхәррире @asilikulkisi (Лариса Абдуллина) Владимир Мединскийҙы Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары балалары өсөн сығарылған махсус һандар менән таныштырҙы.

Балалар өсөн "Китап байрам"да бихисап майҙансыҡтар эшләне: "Тамыр" балалар телеканалы викторина уҙғарҙы, Яңы быуын китапханаһында балалар уйын ярҙамында төрлө өлкәләрҙә белемдәрен камиллаштырҙы, өҫтәл уйындарын уйнаны.

"Китап байрамы" сиктәрендә "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина ижади осрашыуҙар үткәрҙе: беренсеһендә "Аҫабалар рухы" китабындағы шиғырҙар менән сығыш яһаны, был осрашыуҙа Дағстандан килгән мәртәбәле ҡунаҡтар: Дағстандың Мәғлүмәт һәм матбуған агентлығы етәксеһе Абдуразаҡ Джамалутдинов, ошо уҡ республиканан нуғай яҙыусыһы Бикә Ҡолонсаҡова ҡатнашты. Сараны Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев ҡурай моңдарына күмде. Лариса Хашим ҡыҙының уҡыусылары менән икенсе осрашыуы уның күптән түгел донъя күргән “Заманым йыры” китабының исем туйына арналды. Украинала хәрби бурысын үтәгән ватандаштарыбыҙ өсөн махсус сығарылған йыйынтыҡты ҡотларға яу яланынан ялға ҡайтҡан яугир ҙа килгәйне. Осрашыуҙы рухлы йырҙары менән автор-башҡарыусы Филүс Бөркөт биҙәне.

“Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәре, шағирә Айгөл Ғәбитова шулай уҡ “Китап байрамы” сиктәрендә З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте майҙансығында “Дауылдан һуң” исемле шиғырҙар йыйынтығының исем туйын уҙғарҙы.

Ғөмүмән, китап сығарыуҙың төп көсө булып торған ҡәләм әһелдәре: Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, яҙыусыларынан алып йәш быуын ижадсыларына тиклем төрлө сәхнәләрҙә һүҙ тотто.

“Китап байрамы”нда Рәсәй кимәлендә билдәле булған төрлө сәхнә йондоҙҙары, психологтар ҙа сығыш яһаны, был сараның киң ҡоласлы булыуы хаҡында һөйләй.

Өс көнгә Совет майҙаны, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле яны гөрләп торған әҙәбиәт һәм рух байрамының үҙәгенә әүерелде, китап һөйөүселәрҙе берләштерҙе, яңы быуында китап уҡыуға, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләүсе бишек булып торҙо.

 

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: