Яңылыҡтар
20 Мая 2023, 10:39

Балалар Ватан һаҡсыларын белеп үҫһен

Өфөлә Рәсәй Геройы Александр Доставалов иҫтәлегенә хәтер таҡтаһы асылды.

Балалар Ватан һаҡсыларын белеп үҫһенБалалар Ватан һаҡсыларын белеп үҫһен
Балалар Ватан һаҡсыларын белеп үҫһен

Александр Доставалов баш ҡаланың 95-се мәктәбен тамамлаған. Ошо белем усағы бинаһына Рәсәй Геройы иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташты асыу тантанаһында Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, Башҡортостандағы "Ватанды һаҡлаусылар" төбәк-ара фонды етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Өфөнөң Совет районы хакимиәте вәкилдәре, Александр Доставалов полкташтары, класташтары, кадеттар һәм башҡа битараф булмағандар ҡатнашты.

Павел Качкаев Псковта булған хәтирәләре менән уртаҡлашты. Унда 776-сы бейеклектә һәләк булған десантсыларға музей арнағандар. Гранитта яҡташыбыҙ Александрҙың да исеме уйылып яҙылған. Депутат яугир исемендәге батальондың да батырлыҡтар күрһәтеүенә ышаныс белдерҙе.

— Башҡортостан батырҙары менән дан тота. Александр Доставалов уларҙың береһе, Өфөлә тыуып үҫкән егет, - тиүе үҙенең сығышында Гөлнур Ҡолһарина, - Ауыр замандарҙа халҡыбыҙ гел ҡаһарманлыҡ күрһәткән, иңгә-иң терәп Тыуған ил һағына баҫҡан. Рәсәй һалдаттарының батырлыҡ, берҙәмлек, ныҡлыҡ сифаттары — ысын илһөйәрлек өлгөһө. Беҙ бөгөн тарихта яҡты эҙ ҡалдырған батырҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Яңы быуын унан үрнәк алып үҫә.

"Ватанды һаҡлаусылар" фонды етәксеһе был ойошманың МХО-ла ҡатнашҡан ветерандарға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүе хаҡында белдерҙе. Фондтың тағы ла бурыстарының береһе — балаларҙы хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү.

Александр Доставалов 2000 йылда 776-сы бейеклекте чечен боевиктарынан азвт иткәндә батырҙарса һәләк була. Ул үҙенең 4-се ротаһы менән ошо 776-сы бейеклектә алышҡан 6-сы ротаға ярҙамға килә. Яу ваҡытында бер нисә тапҡыр яралана, әммә көрәшеүен дауам итә. Сираттағы пуля уның ғүмерен өҙә.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас