+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель 2023, 20:55

"Тамыр"ҙарҙың ҙур концерты уҙҙы

Тамашала һәләтле балалар сығыш яһаны.

"Тамыр"ҙарҙың ҙур концерты уҙҙы
"Тамыр"ҙарҙың ҙур концерты уҙҙы

"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр каналы йылдағыса дуҫтарын ҙур концерт тамашаһына йыйҙы. "Башҡортостан" дәүләт концерт залында уҙған сара Уҡытыусы һәм остаз йылына арналды.
Йыл һайын "тамырҙар" тамашасыларын яңы йырҙар, ҡыҙыҡлы номерҙар менән ҡыуандыра. Концерт ваҡытында кескәйҙәр генә түгел, уларҙың ата-әсәләре лә түҙмәй бейергә төшкән, тип хәбәр итәләр тамашала булғандар.

"Тамыр"ҙа ҡанат нығытҡан, хәҙер инде исемдәре сәхнәлә йыш яңғыраған Гәлсәр Байғусҡарова, Рәфис Сирусин, Арыҫлан Оморҙаҡовтар ҙа концертта сығыш яһаны, улар менән бергә "Сулпылар" телеконкурсының йондоҙсоҡтары ла йырланы.

Стәрлетамаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан килгән бейеү коллективтары концертты тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.
Концерт өсөн махсус рәүештә яңы йырҙар яҙылған. Тамашаны Асель Бадранова, Әмирхан Еникеев һәм уларҙың инде үҫеп еткән апай-ағайҙары Алмаз Таһиров, Сөмбөл Батыршина алып барҙы.

Концертта "Уҡытыусым" иншалар конкурсына ла йомғаҡ яһалып, еңеүселәр иғлан ителде. Уларға бүләкте "Тамыр"ҙың директоры Гөлназ Ҡолһарина менән Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин тапшырҙы.

- Балаларҙы рәхмәтле булырға өйрәтергә һәм уларҙың үҙҙәренә лә рәхмәт әйтә белергә кәрәк. Бөгөн йөҙләгән бала тамашаны алҡышланы, йөҙләгән бала сәхнәлә сығыш яһаны һәм тамашасының рәхмәтен тойҙо. Телеканалдың коллективы балаларҙы ҡабыҙып ебәрҙе, үҙе лә ҡабынды. Ярҙамсыл балаларға, уларҙың зирәк ата-әсәләренә рәхмәт! – тине Гөлназ Ҡолһарина.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: