+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Апрель 2023, 09:32

Өфөлә "Заманса ата-әсәлек" форумы уҙҙы

Баланың һәләтен, уны шәхес булараҡ үҫтереү, ниндәй ҡиммәттәргә өҫтөнлөк биреү, балала нисең китапҡа һөйөү уятыу, уның ҡыҙыҡһыныу йүнәлешен нисек асыҡлау - ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләнеләр. 

Өфөлә "Заманса ата-әсәлек" форумы уҙҙы
Өфөлә "Заманса ата-әсәлек" форумы уҙҙы

Өфөлә "Заманса ата-әсәлек" Халыҡ-ара ата-әсәләр форумы үтте.
Сарала балаларҙы тәрбиәләү, уларҙың һәләттәрен үҫтереүгә ҡағылышлы һорауҙар ҡаралды.

Форумда "Ата-әсәләргә белем биреү көнө" уҙҙы, уның сиктәрендә замана балаһын тәрбиәләү, Ниндәй ҡиммәттәргә иғтибар итергә, нимәгә өйрәтергә, мөхәббәт нисек мейене формалаштыра, баланың бер нәмәгә лә ҡыҙыҡһыныуы булмаһа нимә эшләргә, баланы китап уҡыуға ылыҡтырыу өсөн ете аҙым, ата-әсәлек неврозы: тәрбиә һәм һүрелеү һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары ҡаралды.

Ата-әсәләрҙең тиҙлеккә уҡыу, каллиграфия, китап клубы, менталь арифметика буйынса оҫталыҡ дәрестәрен дә үтеү мөмкинлектәре бар ине.

Форумдың икенсе көнө йәкшәмбегә тура килде. Аҙнаның был көнөндә ата-әсәләр менән балаларҙың берләшеү, бергә-бергә эштәр атҡарыу мөһимлеге хаҡында Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова һөйләне. Форумда ла ошо йәһәттән балаларҙың һәләттәрен һәм мөмкинлектәрен үҫтереү, уларҙың ҡыҙыҡһыныу йүнәлешен асыҡлау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы.

Мәскәүҙән килгән шәхесте үҫтереү буйынса егерменән артыҡ психотехнологиялар курсы авторы Сергей Артемьев баланың хәүефһеҙлеге һәм уның үҫеше өсөн төрлө кешеләр менән аралашыу булдырыу мөһимлеге хаҡында һөйләне: мин, ғаилә, дуҫтар, таныштар, һөнәри ярҙам, таныш булмағандар.

Форумда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап табып таралышты.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: