+24 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2023, 16:20

Балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы алым

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты менән берлектә  “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн тәғәйенләнгән дидактик материал” проектын тәҡдим итә.

Балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы алым
Балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы алым

М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Технопаркында  проекттың исем туйы уҙҙы. Уны бойомға ашырған Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондынан һәм ошо уҡ университеттың башҡорт филологияһы факультетынан белгестәр, БР Мәғариф һәм Фән министрлығының милли белем биреү идараһы етәксеһе Илдус Ҡаһарманов, уҡытыусылар, Өфөнән генә түгел, Салауат ҡалаһынан килгән балалар баҡсалары тәрбиәселәре, журналистар, студенттар ҡатнашты.

“Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн тәғәйенләнгән дидактик материал” проекты  “Әкиәттә ҡунаҡта” әкиәттәр йыйынтығынан һәм уйынсыҡ кубиктарҙан, паззлдарҙан ғибәрәт.

  • Был проект Башҡортостан Башлығының гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Бөгөнгө көндә уны өс балалар баҡсаһында һынап ҡараныҡ, - ти Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова.

БР Мәғариф һәм Фән министрлығының милли белем биреү идараһы етәксеһе Илдус Ҡаһарманов был ғәмәлдең йөкмәткеле һәм кәрәкле проект булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

  • Балалар хәҙер көнө-төнө интернет селтәрендә ултыра, был материал уларҙың иғтибарын файҙалы юҫыҡҡа йүнәлтер, - тине ул.

Педагогия фәндәре кандидаты, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты доценты Сәлимә Таһирова “Әкиәттә ҡунаҡта” дидактик баҫмаһының рецезенттарының береһе. Ул был проект сиктәрендә тәрбиәселәр өсөн ойошторолған махсус курстар хаҡында һөйләне.

  • Курстарҙы тормошҡа ашырыуҙың маҡсаты – мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында башҡорт теле буйынса уҡыусыларҙың белем биреү һәм тәрбиә эшмәкәрлеген ойоштороу, - ти Сәлимә Айбулат ҡыҙы, - квалификация күтәреү программаһы мәктәпкәсә ойошмалар мөдирҙәре һәм педагог-тәрбиәселәренең башҡорт теле буйынса белем биреү һәм тәрбиә эшмәкәрлеген ойоштороуға, был эшмәкәрлектә инновацион технологияларҙы өйрәнеү һәм уларҙы һөҙөмтәле файҙаланыуға йүнәлтелгән.

Квалификация күтәреү буйынса махсус курстарҙа Башҡортостандың төрлө райондарынан йәмғеһе 120 балалар баҡсалары мөдирҙәре, тәрбиәселәр ҡатнашҡан. Сәлимә Айбулат ҡыҙы был курстарҙың башҡорт төркөмөндә эшләгән тәрбиәселәрҙең һөнәри оҫталыҡтарын арттырыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.

БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы, дидактик материалдар авторы Ләйлә Хөсәйенова “Әкиәттә ҡунаҡта” дидактик баҫманың үҙе хаҡында һөйләне. Китапта төрлө халыҡтарҙың 15 әкиәте тәҡдим ителгән. Ошохалыҡтарҙың барыһының да телдәре республикабыҙҙың белем биреү ойошмаларында өйрәнелә.Әкиәттәрҙең йөкмәткеһе менән танышҡандан һуң, балалар белемдәрен беркетеү маҡсатында паззлдар һәм кубиктар йыйып башҡорт телендә яңы һүҙҙәр үҙләштерә.

Был дидактик материалдың үҙенсәлеге шунда: бындағы әкиәттәрҙең йөкмәткеһе рус һәм башҡорт һүҙҙәренең ҡушылмаһын тәшкил итә, мәҫәлән: “Малай ҡуянға рассказал о своем горе. Ҡуян выслушал и пошевелил длинными ушами”. Авторҙар белдереүенсә, был материал башҡорт телен бөтөнләй белмәгәндәр өсөн тәғәйенләнгән, шуға ошондай алым уларға телде өйрәнергә ярҙам итә.

Материалдың исем туйында Өфөнөң 202-се пололингваль, 277-се балалар баҡсаһынан, Салауат ҡалаһының  50-се һанлы баҡсанан тәрбиәселәр ҡатнашты. Улар дидактик материалды балалар менән һынап та ҡараған.

277-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлдәр Зәйетҡолова тәжрибә уртаҡлаша:

  • Төркөмөбөҙҙә күмәкләп “Шалҡан” әкиәтен уҡыныҡ. Беренсе абзацтан уҡ балалар нимә тураһында һүҙ барғанын аңланы. Әкиәттәрҙең ике телдә бирелеүе бик уңайлы. Кубик һәм паззлдар менән дә уйнаныҡ. Балалар инде һүҙҙәрҙең тәржемәләрен иҫтәрендә ҡалдырып, “Репка – это шалҡан” тип ҡабатлап йөрөйҙәр. Әкиәт һәм уйындар уларға көслө тәьҫир итте, ҡайтып ата-әсәйҙәренә ихлас һөйләгәндәр. “Һеҙ кисә нимә эшләнегеҙ ул, балаларҙың телдәренән “Шалҡан” төшмәй” - тиҙәр улар.

Бер һөйләмдә генә түгел, ғөмүмән, бер әҫәрҙә ике телде бер юлы ҡушыу, был алымды телде өйрәнер өсөн ҡулланыу барыһы өсөн дә яңылыҡ, яңы ысул, яңы һулыш. Уның ни тиклем һөҙөмтәле булыуын ваҡыт күрһәтер.

Балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы алым
Балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы алым
Балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы алым
Балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы алым
Балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы алым
Балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы алым
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: