+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Март 2023, 12:09

Уҡытыусылар һынау тотто

Улар ғәҙәттә үҙҙәре балаларҙан һынау ала, ә был конкурста киреһенсә...

Уҡытыусылар һынау тотто
Уҡытыусылар һынау тотто

“Торатау” Конгресс-холлында бер юлы бер нисә конкурсҡа йомғаҡ яһанылар:  “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара, “Дистанцион белем биреү уҡытыусыһы” республика бәйгеләрендә иң-иңдәрҙе билдәләнеләр.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсында Башҡортостандан, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Югра – Ханты-Мансийск округынан йәмғеһе 61 педагог ҡатнашты.

“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы сиктәрендә тағы ла “Рус теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы”, “Йәш йыл уҡытыусыһы” бәйгеләре уҙҙы, дөйөм алғанда, республиканың төрлө төбәктәренән 150 уҡытыусы йыйылып һынау тотто. Улар араһында башланғыс класс, сит телдәр, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, рус теле һәм әҙәбиәте, физик культура, химия, биология, математика, физика фәндәренән уҡытҡан педагогтар бар.

2021 йылда ғына республика кимәлендә үткәрелә  башлаған “Дистанцион белем биреү уҡытыусыһы” конкурсы быйыл 44 уҡытыусыны йыйҙы. Уларҙың барыһы ла электрон белем биреү һәм дистанцион мәғариф технологиялары ярҙамында мөмкинлектәре сикләнгән һәм зәғиф балаларҙы уҡыта.

Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы итеп математика уҡытыусыһы Артем Баянов танылды.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: