-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2023, 17:30

Төнъяҡ флотының десант корабле вәкилдәре Башҡортостанға килде

Улар ун көн дауамында Өфө мәктәптәрендә балаларға батырлыҡ дәрестәре уҙғара. 

Төнъяҡ флотының десант корабле вәкилдәре Башҡортостанға килде
Төнъяҡ флотының десант корабле вәкилдәре Башҡортостанға килде

Башҡортостанға “Иван Грен” карабының делегацияһы килде.

Ун көн дауамында Төнъяҡ флотының десант карабы вәкилдәре Өфө мәктәптәрендә батырлыҡ дәрестәре уҙғарасаҡ.

Делегация 88-се мәктәптә, 6-сы һәм 42-се лицейҙа балалар менән осрашыу үткәргән.

Мурманск ҡалаһындағы Нахимов Хәрби-диңгеҙ училищеһы уҡытыусыһы, ойоштороусы Алина Васенева хәбәр итеүенсә, улар уҡыусылар менән осрашыуҙа үҙҙәренең тыуған яҡтары, Поляр аръяғы тарихының даны, Ҡыҙыл байраҡлы Төнъяҡ флоты, хоккей хаҡында һөйләгән.

Сара һуңында уҡыусылар һәм делегация вәкилдәре Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға хаттар яҙған.

Быларҙан тыш, моряктар Өфө буйлап сәйәхәт ҡылған, билдәле һәм тарихи урындарҙы ҡараған, Еңеү Паркындағә Мәңгелек ут һәйкәленә сәскәләр һалған. 

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: