+23 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2023, 14:16

Һин – беҙҙең өйҙөң йәме!

Был проект ярҙамында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 55 бала ата-әсәле булған.

Һин – беҙҙең өйҙөң йәме!
Һин – беҙҙең өйҙөң йәме!

“Алтын уҡсы” XXVI милли премияһының еңеүселәре билдәле.

Башҡортостандағы “Беҙҙең өйҙөң йәме” балаларҙы уллыҡҡа алыу социаль проекты “Хәйриәлек” номинацияһында еңеү яулаған.

“Бәхет биләмәһе” фондының был проекты етем балаларға яңы ғаилә табырға ярҙам итә.

“Һәр тарих эсендә – еңел булмаған яҙмыштар, ҡатмарлы диагноздар һәм тик яҡшыға ышаныу. Проекттың дүрт йыллыҡ эшмәкәрлегендә балалар, уларҙың ҡаҙаныштары һәм яратҡан шөғөлдәре тураһында 99 видеояҙма төшөрөлөп, телевизор аша күрһәтелде. Һөҙөмтәлә, 55 бала ата-әсәле булды. Проект авторы – Башҡортостан Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова. Уның ярҙамында “Беҙҙең өйҙөң йәме” федераль кимәлдә проект булыуға өлгәште”, - ти ойоштороусылар.

Үҙенсәлекле эшмәкәрлек бөтә Рәсәй буйлап таяныс таба, видеояҙмаларҙа билдәле йондоҙҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша: Анна Кузнецова, Лев Лещенко, Михаил Шуфутинский, Дмитрий Дибров һәм башҡалар. Роликтарҙың береһендә Башҡортостан республикаһы етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнаша.

“Беҙҙең өйҙөң йәме”ндәге иң сағыу тарихтарҙың береһе – Елена менән Денис Куликовтар проектҡа бер бала артынан килеп, уны башҡа апай-ағайҙарынан айырырға ҡыймай, бер юлы алты баланы үҙҙәренә алалар.

“Проект дауам итә, тағы ла күп-күп балаларға “Һин – беҙҙең өйҙөң йәме!” тигән һүҙҙәре ишетергә яҙһын!” – ти ойоштороусылар.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: