+17 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март 2023, 18:50

Уңыш формулаһы ниҙә?

Башҡортостанда "Уңыш формулаһы" Республика полилингваль фестивале уҙҙы.

Уңыш формулаһы ниҙә?
Уңыш формулаһы ниҙә?

Сара 2-се һанлы "Смарт" республика күп профилле полилингваль гимназияһында уҙҙы. Фестивалдә полилингваль мәктәп-гимназияларҙың директорҙары, уларҙың урынбаҫарҙары, тел, башланғыс класс уҡытыусылары ҡатнашты.
Улар асыҡ "Смарт" гимназияһы уҡытыусылары үткәргән асыҡ дәрестәрҙе ҡараны.

Дәрестәрҙә полилингваль ысулдарҙы ҡулланыуға, йәки күп теллелеккә баҫым яһалды. Мәҫәлән, 1-се кластарҙа математика дәрестәре башҡорт һәм рус телендә үтте, алтынсылар музыка дәресендә йырҙарҙы башҡортса ла, русса ла башҡарҙы, 7-се кластар өсөн һынлы сәнғәт дәресе инглиз телендә уҙҙы.

"Смарт" гимназияһы уҡытыусылары шулай уҡ дәрестән тыш эшмәкәрлектәрендәге тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Фестивалдә тағы ла башҡорт, рус, инглиз теленән тыш, немец, француз телдәрендә лә дәрестәр уҙҙы.

Сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев та ҡатнашты. Ул үҙенең сығышында полилингваль мәктәптәрҙең эшләү асылы күп теллелеккә генә ҡайтып ҡалмауын, ә төп маҡсаттың балаларҙа төрлө халыҡтарҙың мәҙәни байлыҡтарына ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыусыларҙы халыҡ-ара дуҫлыҡҡа һәм ихтирамға өйрәтеүҙә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: