+6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март 2023, 18:16

Данлыҡлы Башҡортостан яугирҙарының үлемһеҙ батырлыҡтары

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы "Ҡырым яҙы" акцияһы сиктәрендә Бөрө ҡалаһынан килгән уҡыусылар өсөн мәҙәни-мәғариф сараһы үткәрҙе.

Данлыҡлы Башҡортостан яугирҙарының үлемһеҙ батырлыҡтары
Данлыҡлы Башҡортостан яугирҙарының үлемһеҙ батырлыҡтары

Балалар Ҡырым ярымутрауын 1941-1945-се йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фашист илбаҫарҙарҙарынан азат итеүҙә ҡатнашҡан билдәле осоусыларҙың батырҙарса тарихы менән танышты. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев Перекоп һәм Севастополь өсөн алыштарҙа ҡатнашҡан.

Мәғүбә Һыртланова, шулай уҡ Советтар Союзы Геройы, По-2 төнгө бомбадировщиктың осоусыһы, Тамань, Керчь, Феодосия һәм Севастополде азат итеүҙә ҡатнаша, һуңғыһы өсөн алышта бер төн эсендә биш-алты осош яһап, үҙенең тос өлөшөн индерә.

Шундай бер төндәрҙә немец аэродромына бомба ташларға кәрәк була. Мәғүбә Һыртланова маҡсатын күҙләй башлай, әммә зенит атышына эләгә һәм аҫҡа төшә башлай. Фашистар уны ҡолаған икән тип уйлай, ә аҫта Ҡара диңгеҙ сайҡала... Бер мәл – һәм самолетты ҡара тулҡын йотасаҡ. Шулай ҙа, Мәғүбәнең уны ярға ултыртырға көсө етә. Был Мәғүбә Һыртланованың һуғыш эсендә 780 осошонан иң иҫтәлеклеһе булып тарихҡа инә.

Севастополдәге Малахов Ҡурғаны Борай районынан Тажетдин Ғиләжетдинов ҡылған батырлыҡты иҫләй. 665-сы уҡсылар полкының артиллерия батареяһының ут взводы лейтенант Тажетдин Ғиләжетдиновтың ҡул аҫтында 1944 йылдың 7-9 апрелендә Тархан, әлеге Ҡырым Республикаһының Красноперекопск районы, Вишневки ауылы өсөн алышта, тура ут менән өс дзотты, ике батарея ауыр минометты һәм дошмандың өс танҡа ҡаршы пушкаларын сафтан сығара.

Кесе лейтенант Иван Бережной ҙа Ҡырымда алыша. Ул һуғышҡа Стәрлетамаҡтан 1942 йылдың августында алына. Егерме йәшлек Иван ҡанһыраған һәм янған килеш дошман өҫтөнә пулеметтар ут яуҙырыуын дауам итә, ошо рәүешле, яу яланында һәләк була. Суворово ауылында ерләнгән Иван Бережной үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы итеп таныла.

Ошондай тарихтар тыңланы Бөрөнән килгән мәктәп уҡыусылары. Һәр бер батыр, уларҙың һәр бер батырлығы балалар йөрәгендә мәңгегә уйылғандыр.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: