+1 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2023, 22:34

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе кемдәр?

Стәрлетамаҡта "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсы уҙҙы.

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе кемдәр?
Өлгөлө башҡорт ғаиләһе кемдәр?

Йылдағыса, был ҡалала "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсының финалы уҙҙы.

Бәйге әхлаҡи мәҙәниәт нигеҙен булдырыуға, башҡорт халыҡ ижадын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Быйыл конкурста ҡатнашырға 100 башҡорт ғаиләһе теләк белдергән. Беренсе этапҡа видеовизиткаларын Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан ғына түгел, Ырымбур, Свердлов, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында, Ямал-Ненец, Ханты-Мансийск округтарында, Татарстанда йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ебәргән.

Финал өлөшөнә үткән 13 ғаилә үҙ-ара көс һынашты.
Гран-приға Стәрлебаш районынан Тойғоновтар ғаиләһе лайыҡ булды.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: