+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март 2023, 15:59

Милләттәр төрлө, ә туған телгә һөйөү берәү

Тәтешле районындағы "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһында үҙенсәлекле сара уҙған: башҡорт, мари, татар, удмурт милләттәренән булған уҡытыусылар йыйылып балаларға үҙ халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәренән, уйындарынан, йыр-бейеүҙәренән торған тамаша ойошторған.

Милләттәр төрлө, ә туған телгә һөйөү берәү
Милләттәр төрлө, ә туған телгә һөйөү берәү

Кескәйҙәр ҡарап ҡына ултырмаған, ваҡиғаның төп уртаһында ҡайнаған, уйындарға ҡушылған.

Сара Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә үткән: сығыш яһаусыларҙың барыһы ла төрлө йылдарҙа ғүмерҙәрен балалар уҡытыуға бағышлаған уҡытыусылар икән.

Араларында иң олоһо – Рита Мурзанаева, ул мари милләтенән, әле хаҡлы ялда. Тамаша уҙған "Ҡояшҡа" балалар баҡсаһында ул бер нисә йыл музыка һәм физкультура дәрестәрен алып барған. Балалар ҙа, хеҙмәттәштәре лә уны бик йылы ҡаршы алған, мариларҙың билдәле "Веревочка" уйынын бергәләп уйнағандар. Ҡулынан баяны төшмәгән, йөҙөнән яғымлы йылмайыуы китмәгән Рита Николаевнаны барыһы ла хөрмәт итә.

Ошо уҡ баҡсала тәрбиәсе булып эшләгән Дина Васикова балаларға туған удмурт теленең уға нисек ҡәҙерле булыуы хаҡында һөйләгән, "Яулыҡ менән уйын"дың серҙәрен асҡас, күмәкләшеп уйнап та ҡарағандар.

Тәтешле районының музыка мәктәбе етәксеһе Айнур Ҡыямов балаларға башҡорттар, башҡорт теле хаҡында һөйләгән, уның ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнауын балалар бик бирелеп тыңлаған.
Флида Фәтхиева туған татар теленең бар матурлығын еткерергә тырышҡан кескәйҙәргә, бала сағында яратып бейегән татар бейеүен иҫкә алған, Ғабдулла Туҡайҙың "Туған тел" шиғырын уҡып ишеттергән.

 

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: