+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Февраль 2023, 17:12

"Балаларҙың ихлас һоҡланып баҡҡан ҡараштары – иң ҙур баһа!"

...тиҙәр “Һөйөү менән китап бүләк итегеҙ” акцияһын ойошторған Өфө ҡалаһының 42-се балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре. 

"Балаларҙың ихлас һоҡланып баҡҡан ҡараштары – иң ҙур баһа!"
"Балаларҙың ихлас һоҡланып баҡҡан ҡараштары – иң ҙур баһа!"

Өфө ҡалаһының 42-се балалар китапханаһы “Һөйөү менән китап бүләк итегеҙ” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, уҡыусыларын да был изге эштә ҡатнашырға саҡырҙы. Иң ҡыҙыҡлы китаптар ваҡытлыса Башҡортостанда йәшәгән Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикалары балаларына тапшырылды.

Улар менән осрашыуҙа балалар “Әкиәттәр һәм мөғжизәләр илендә” әҙәби викторинаһында ҡатнашты, ҙур иғтибар һәм ҡыҙыҡһыныу менән китапханасыларҙы тыңланы. Китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы китап араһына ҡуйыр өсөн ҡыҫтырғыс эшләргә өйрәтте.

“Балаларҙың ихлас ҡыҙыҡһыныу һәм һоҡланыу менән баҡҡан ҡараштары – балалар әҙәбиәте өлкәһендә эшләгәндәр өсөн иң ҙур баһа!”, - тиҙәр 42-се һанлы балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм акцияла ҡатнашҡан Калинин районы хакимиәтенә, “Лидер” клубтар берләшмәһенә, китап б-ләк иткән һәр кегә ҙур рәхмәттәрен еткерә.

"Балаларҙың ихлас һоҡланып баҡҡан ҡараштары – иң ҙур баһа!"
"Балаларҙың ихлас һоҡланып баҡҡан ҡараштары – иң ҙур баһа!"
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: