-2 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2023, 10:44

Йәш һәләттәрҙе эҙләйҙәр

Йырларға яратаһыңмы? "Ирәндек моңдары - 2023"кә рәхим ит!

Йәш һәләттәрҙе эҙләйҙәр
Йәш һәләттәрҙе эҙләйҙәр

Сибайҙа “Ирәндек моңдары – 2023” төбәк-ара башҡорт йырҙары конкурсы уҙасаҡ.

26-28 апрель үтәсәк сарала балаларҙы ла ҡатнашырға саҡыралар.

Йыр алышы түбәндәге йәш төркөмдәренә бүленгән: 7 йәштән 10 йәшкә тиклем, 11 йәштән 16 йәшкә тиклем, 16 йәштән 45 йәшкә тиклем – һәүәҫкәр башҡарыусылар, 17 йәштән 45 йәшкә тиклем һөнәри йырсылар.

Ҡатнашыусылар башҡорт халыҡ йырын һәм урындағы йыр фольклорын (оҙон көй, йола йыры, шаян йыр, таҡмаҡ, ҡобайыр, бәйет, мөнәжәт, һамаҡ) башҡарырға тейеш.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 20 апрелгә тиклем [email protected] почтаһына ҡабул ителә.

“Ирәндек моңдары”ның төп маҡсаты – башҡорт йыр сәнғәтен киң майҙанға сығарыу, яңы һәләттәрҙе табыу. Сараны Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сибай ҡалаһы хакимиәте ойоштора.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: