+19 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2023, 15:07

Балалар көс һынаша

Башҡортостан буйлап “Ҡышҡы Шайморатов уйындары” уҙа.

Балалар көс һынаша
Балалар көс һынаша

Әлеге ваҡытта республиканың белем биреү усаҡтарында Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 85 класс бар. Улар башҡа кластарҙан 112-се Башҡорт атлы дивизияһының батырлығы өлгөһөндә балаларҙа ил тарихына ихтирам, илһөйәрлек, ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләүгә йүнәлтелгән даими эшмәкәрлеге, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе үҫтереү, сәләмәт тормошто пропагандалау, әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыу менән айырылып тора.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы йәйен-ҡышын Шайморатов уйындарын уҙғара. Еңеүсе класҡа төп бүләк – Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Кубок.

Уйындарҙың тәүге һайлап алыу этабы 2-се һанлы “Смарт” Республика полилингваль күп профилле гимназияла уҙҙы. Ҡышҡы Шайморатов уйындарын асыу тантанаһынан һуң уҡыусылар Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте буйынса интеллектуаль олимпиадала көс һынашты, шайморатовсылар класы командирҙары винтовканан атып тапҡырлыҡтарын тикшерҙе.

Һөҙөмтәләр буйынса һуңғы этапҡа егерме класс үтте.

Финал уйындары Күмертау ҡалаһының 10-сы һанлы мәктәбендә уҙасаҡ. Сафҡа теҙелеү, сафта йырлауҙан тыш, киләһе спорт уйындары көтөлә: АК-74 автоматын тиреү һәм йыйыу, башҡорт уғынан атыу, арҡан тартыу, турникта күтәрелеү, ҡыҫҡа арауыҡҡа йүгереү, оҙонлоҡҡа һикереү, баскетбол тубын ҡуласаға һелтәү.    

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: