+29 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Февраль 2023, 10:48

«Зарница” дуҫтарын йыя!

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының «Тирмәкәй” балалар баҡсаһында саф һауала ял минуттары уҙғарыу матур йолаға әйләнгән. Шуларҙың береһе, сәләмәт тормош алып барыу, илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында, “Зарница” уйыны ойошторолдо.

«Зарница” дуҫтарын йыя!
«Зарница” дуҫтарын йыя!

Һәр заманда ла ир-егеттәрҙә тәү сиратта көс, ғәйрәтлек, хәстәрлек, Ватанды һаҡлауға әҙерлек сифаттары юғары баһаланды. Бөгөнгө көндә лә ул сифаттар элекке әһәмиәтен юғалтмай,көнүҙәк мәсьәлә булып тора.Быны тормош үҙе иҫбатлап килә. Төп тәрбиәне ғаилә бирһә лә, баланы юғары әхлаҡлы, ғаиләгә, тыуған ергә, илгә файҙа килтерерҙәй шәхес итеүҙә балалар баҡсаһы ҙур роль уйнай.
Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының «Тирмәкәй” балалар баҡсаһында саф һауала ял минуттары уҙғарыу матур йолаға әйләнгән. Шуларҙың береһе, сәләмәт тормош алып барыу, илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында, “Зарница” уйыны ойошторолдо. Уйын, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимнын тыңлауҙан башланды. Командир әмере менән «Бал ҡорттары” , “Баҙлауыҡ” мәктәпкәсә әҙерлек һәм “Ҡояшҡай “ өлкән төркөм балалары төп штаб алдында теҙелде. Һәр команда бер-береһен сәләмләп, әҙерлектәре тураһында рапорт тапшырғас, Зарница уйыны асыҡ, тип иғлан ителде. Үҙ маршруттары буйынса ниндәй генә һынауҙар үтмәне улар! Уйында ҡатнашыусылар үҙҙәренең көсөн, етеҙлеген, йылғырлығын “Мина яланы”, “Элемтәсе”, “Разведчиктар “һәм башҡа төрлө уйындарҙа күрһәттеләр. Һәр этапта командирҙар һәм тәрбиәселәр уйындарҙы аңлатып, дөрөҫлөгөн тикшереп барҙы. Ниһайәт, һалдаттар, алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәп, финишҡа барып инде.Уйынсыларҙы һалҡын көндә, әсе ел дә ҡурҡытманы, һәр кем ҙур теләк менән ҡатнашты. Уйын тамам. Ә күңелдә юйылмаҫ кисерештәр. Балаларҙа хәрби патриотик, Тыуған илебеҙ менән ғорурланыу тойғоһо, яҡын кешеләребеҙгә һөйөү тәрбиәләүгә арналған ошондай уйын үткәреүсе тәрбиәселәргә, балаларға уйынға ярашлы костюмдар йүнләгән ата-әсәйҙәргә рәхмәт! Йыл да үткәрелә килгән был сара киләсәктә лә балалар күңелендә изге тойғолар яралыу өсөн орлоҡ булыр, тип ышанғы килә. Күгебеҙ аяҙ, илебеҙ тыныс булһын!

«Зарница” дуҫтарын йыя!
«Зарница” дуҫтарын йыя!
«Зарница” дуҫтарын йыя!
«Зарница” дуҫтарын йыя!
«Зарница” дуҫтарын йыя!
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: