+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль 2023, 16:06

Әсәлек капиталын ай һайын өлөшләтә алып була

Түләүҙе юллау өсөн түбәндәге шарттарҙың үтәлеүе мотлаҡ. 

Әсәлек капиталын ай һайын өлөшләтә алып була
Әсәлек капиталын ай һайын өлөшләтә алып була

2023 йылдың беренсе көнөнән өс йәшкә тиклем балалары булғандар әсәлек капиталын ай һайын өлөшләтә алыу хоҡуғына эйә.

Күләме – бер баланың йәшәү минимумы. Башҡортостанда ул 12 271 һум тәшкил итә.

Элек бындай түләүҙәрҙе ғаиләләге икенсе балаға ғына алып булһа, хәҙер баланың нисәнсе икәне мөһим түгел.

Түләүҙе юллау шарттары:

  • Һәр ғаилә ағзаһының сығымы ике йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш. Башҡортостанда был сумма һаны – 25 300 һум;
  • Түләүҙе тәғәйенләгәндә ғаиләнең мөлкәте роль уйнамай;
  • Түләүҙе Рәсәй Федерацияһының граждандары булып, даими Рәсәйҙә йәшәгәндәр алыу хоҡуғына эйә.

Бала тулыһынса дәүләт тарафынан тәьмин ителһә йәки түләүҙе йүнләгән кеше ата-әсәлек хоҡуғынан мәхоүм ителһә, йәки хоҡуҡтары сикләнһә, түләүҙе юллау мөмкин түгел.

Пособиены алыр өсөн  Госуслуги порталына йәки Социаль фондының клиенттар хеҙмәтенә   https://sfr.gov.ru/branches/bashkortostan/info/~0/7032  , шулай уҡ Күп функциялы үҙәк сайтына https://mfcrb.ru/  мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Социаль фондтың төбәк-ара бәйләнеш хеҙмәте: 8-800-600-02-21 .

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: