+19 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2023, 15:05

Балалар өсөн әһәмиәтле лә, ҡыҙыҡлы ла

"Рәсәй – минең тарихым" үҙәгендә Сталинград алышына 80 йыл тулыу уңайынан мультимедиалы күргәҙмә асыла. 2 февраль, тәүге көндә, инеү барыһына ла бушлай. 

Балалар өсөн әһәмиәтле лә, ҡыҙыҡлы ла
Балалар өсөн әһәмиәтле лә, ҡыҙыҡлы ла

Сталинград алышы Бөйөк Ватан һуғышының иң мөһим, хәл иткес алыштарының береһе. Еңеүҙә уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

"Рәсәй – минең тарихым" проекты "Сталинград алышы" музей-ҡурсаулығы менән бергә анимациялы карталар, үҙенсәлекле видеолар, алыш яугирҙарының көндәлектәренән алынған мәғлүмәттәр, портреттар ярҙамында үҙенсәлекле күргәҙмә төҙөүгә өлгәшкән.

Сталинград алышы хронологик тәртиптә күрһәтеләсәк.

"Рәсәй – минең таихым" тарихи парктар ассоциацияһы директоры Иван Есин белдереүенсә, күргәҙмә төрлө йәштәр өсөн тәғәйенләнгән, әммә уның тап йәш быуын, бигерәк тә балалар өсөн әһәмиәте ҙур: мультимедиалы форматта уларға Сталинград алышы тарихын ҡарау ҡыҙыҡ буласаҡ.

2 февраль, күргәҙмә асылған көндө, инеү бушлай, ҡалған көндәрҙә билет хаҡы 100 һум,студенттарға һәм пенсионерҙарға 50 һум, мәктәп уҡыусыларына – бушлай. Дөйөм экскурсия – 100 һум.

Күргәҙмә ВДНХ-ла урынлашҡан, адресы: Менделеев урамы, 158.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: