+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2023, 21:03

«Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте өҫтөндә эш тамамланды

26 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «КАРО» киноселтәренең генераль директоры Александр Рязанцев менән осрашты. Осрашыуҙа директор Артур Абдрахманов етәкселегендә «Муха» анимация студияһының ижади коллективы ла ҡатнашты. Йәнһүрәт республика Башлығы Радий Хәбиров булышлығында «Башҡортостан» киностудияһы менән «Муха» студияһы берлектә төшөргән. Хикәйәләү үҙәгендә - 1788 йылғы рус-швед һәм 1812 йылғы Ватан һуғыштарында әүҙем ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарының тарихы. Француздар башҡорт атлыларын уҡ-йәйә менән оҫта эш иткәндәре өсөн боронғо Рим илаһы менән сағыштырып, «Төньяҡ амурҙары» тип атаған.

«Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте өҫтөндә эш тамамланды
«Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте өҫтөндә эш тамамланды

Республика етәксеһе Радий Хәбиров, «Муха» «Төньяҡ амурҙары» тулы метражлы анимация фильмы өҫтөндә эшен тамамлай, тип билдәләне. Осрашыу барышында йәнһүрәтте федераль кимәлдә күрһәтеү буйынса фекер алыштылар.

Йәнһүрәт республика Башлығы Радий Хәбиров булышлығында «Башҡортостан» киностудияһы менән «Муха» студияһы берлектә төшөргән. Хикәйәләү үҙәгендә - 1788 йылғы рус-швед һәм 1812 йылғы Ватан һуғыштарында әүҙем ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарының тарихы. Француздар башҡорт атлыларын уҡ-йәйә менән оҫта эш иткәндәре өсөн боронғо Рим илаһы менән сағыштырып, «Төньяҡ амурҙары» тип атаған.

- Кинематографыбыҙ әүҙем үҫешә. Яңыраҡ Мостай Кәримдең «Һеңлекәш» һәм «Өс таған» әҫәрҙәре буйынса фильмдар, Булат Йосоповтың «Бабич», «Беренсе Республика» һәм «Шағир көндәлеге» милли трилогияһы донъя күрҙе. «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте айырыуса көнүҙәк. Ул йәш быуынды тәрбиәләүҙә хеҙмәт итер, тип ышанам. Был таҫма илебеҙҙең ысын мәҙәни ваҡиғаһына әйләнеүен теләйбеҙ, - тине Радий Хәбиров.

Александр Рязанцев йәнһүрәтте федераль кимәлдә танытыу өсөн бер нисә вариант тәҡдим итте. Атап әйткәндә, 29 ғинуарҙа Мәскәү Кино йортонда «Төньяҡ амурҙары» премьераһы күрһәтеләсәк.

Радий Хәбиров республиканың Мәҙәниәт министрлығына республикала һәм илдә картинаны үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Сығанаҡ: glavarb.ru

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: