+18 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2023, 22:52

Бындай турнирҙар йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләй

Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың тыуған яғында - Әбйәлил районының Асҡар ауылында - хәрби көрәш буйынса «Комбат» асыҡ республика турниры уҙҙы.

Бындай турнирҙар йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләй
Бындай турнирҙар йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләй

Унда Өфөнән «Самурай» спорт клубы, Тай боксы федерацияһы, «Рубеж» спорт клубтары, «Fight House» һәм «Кристалл» (Магнитогорскиҙан), Сибайҙан «Шоңҡар», Хәйбулла районынан «Дала амурҙары» командаларынан 120 бала ҡатнашты.
Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, был әһәмиәтле спорт сараһын йыл һайын үткәреләсәк
. Турнирҙар спортсыларға тәжрибә тупларға, оҫталыҡҡа эйә булырға мөмкинлек бирә, үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.

- Тамерлан Илһамов та ошо бинала шөғөлләнде, - ти Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Таһир улы. - Бөгөн дә алыштар ошо ҡыйыу кешенең иғтибарлы ҡарашы аҫтында үтә, ул һеҙҙең сығыштарығыҙҙы күҙәтә һәм баһалай тип иҫәпләргә мөмкин.

Турнир кискә тиклем дауам итте, йәш буйынса дүрт һәм егерме өс ауырлыҡ категорияларында иң көслө йәш спортсылар асыҡланды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, турнир сиге киләһе йылдарҙа киңәйәсәк һәм 300-гә яҡын спортсыны йыясаҡ.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: