+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2023, 22:03

БӘЛӘКӘЙ ШӘЙЕХЗАДА ТӘҮГЕ ШИҒЫРЫН НИСӘ ЙӘШТӘ ЯҘА?

Дүртөйлө районы Әсән ауылында бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуған көнөнә арналған сара уҙҙы.

БӘЛӘКӘЙ ШӘЙЕХЗАДА ТӘҮГЕ ШИҒЫРЫН НИСӘ ЙӘШТӘ ЯҘА?
БӘЛӘКӘЙ ШӘЙЕХЗАДА ТӘҮГЕ ШИҒЫРЫН НИСӘ ЙӘШТӘ ЯҘА?



Әлегеләй һыуығы менән сатнап торған ғинуар айының икенсе көнөндә донъяға килә буласаҡ шағир. Булыр бала биләүҙән: бәләкәйҙән үткер, сая малай аң-белемгә ынтыла, һүҙгә маһирлығы менән хайран итә. Шулай булмаһа, тәүге шиғырын һигеҙ йәштә генә яҙыр ҙа, 15 йәшлек үҫмер сағында ҡаҙаҡ далаларына уҡытыусы булып сығып китер инеме икән?..

Бабич рухын һаҡлап уның тыуған төйәгендә, Әсәндә музей эшләп килә.
Үрҙә телгә алған сара тап ошонда уҙҙы, ул тыштағы Шәйехзада Бабичтың бюстына сәскәләр һалыу менән башланып китте.

"Аҡбуҙат" журналы, Дүртөйлө районының яҙыусы, шағирҙары менән осрашырға Ш. Бабич исемендәге Әсән урта мәктәбе уҡыусылары килгән.
Улар менән "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина ихлас фекер алышты, ә Бабичтың яҡташтары - Дүртөйлө шағырҙары шәхескә арналған ижад емештәре менән бүлеште.

Лариса Хашим ҡыҙы Шәйехзада Бабичтың ҙур шәжәрәһен төҙөгән кеше. Ғөмүмән, Бабич һыны уның шиғриәтендә лә, журналист эшмәкәрлегендә лә оло урын биләй. Ул балаларға шағир хаҡында ла бәйән итте, уҡыусылар менән башҡа темалар хаҡында ла һөйләште.

"Донъялағы яҡшылыҡты иң беренсе үҙең ишәйтәһең. Күңелегеҙгә яҡшылыҡ сәсегеҙ", - тине Лариса Абдуллина йәш быуынға.

Сараны ойошторған музей мөдире Юлиә Вәлиева балаларға Шәйехзада Бабичтың тормошо, ижади һәм сәйәси эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, уҡыусылар Бабичтың шиғырҙарын яңғыратты.

Осрашыуға шулай уҡ Дүртөйлө һынлы сәнғәт мәктәбе директоры Эльза Рәхмәтуллина ла ҡатнашты.
"Һәр бер кеше был донъяға юҡҡа килмәй, һәр береһе үҙ һәләте менән тыуа, был һәләтте үҫтерергә генә кәрәк. Һеҙгә лә Шәйехзада Бабич һымаҡ донъяла үҙ эҙегеҙҙе ҡалдырыуығыҙҙы теләйем", - тине ул уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп, һәм уларҙы һынлы сәнғәт мәктәбенә экскурсияға саҡырҙы.

24 йыл ғына ғүмере дәүерендә үҙен һәләтле шағир, ҡыйыу сәйәси эшмәкәр, йор һүҙле сатира оҫтаһы, үткер ҡәләмле журналист итеп таныта Шәйехзада Бабич. Тыуыуына быуаттан ашыу ваҡыт уҙһа ла, ул һаман да халҡы хәтерендә, ололарҙың да, балаларҙың да теленән төшмәй. Ошо үҙе бөйөклөк түгелме ни?..

Айгөл ҒӘБИТОВА.

БӘЛӘКӘЙ ШӘЙЕХЗАДА ТӘҮГЕ ШИҒЫРЫН НИСӘ ЙӘШТӘ ЯҘА?
БӘЛӘКӘЙ ШӘЙЕХЗАДА ТӘҮГЕ ШИҒЫРЫН НИСӘ ЙӘШТӘ ЯҘА?
БӘЛӘКӘЙ ШӘЙЕХЗАДА ТӘҮГЕ ШИҒЫРЫН НИСӘ ЙӘШТӘ ЯҘА?
БӘЛӘКӘЙ ШӘЙЕХЗАДА ТӘҮГЕ ШИҒЫРЫН НИСӘ ЙӘШТӘ ЯҘА?
БӘЛӘКӘЙ ШӘЙЕХЗАДА ТӘҮГЕ ШИҒЫРЫН НИСӘ ЙӘШТӘ ЯҘА?
БӘЛӘКӘЙ ШӘЙЕХЗАДА ТӘҮГЕ ШИҒЫРЫН НИСӘ ЙӘШТӘ ЯҘА?
БӘЛӘКӘЙ ШӘЙЕХЗАДА ТӘҮГЕ ШИҒЫРЫН НИСӘ ЙӘШТӘ ЯҘА?
БӘЛӘКӘЙ ШӘЙЕХЗАДА ТӘҮГЕ ШИҒЫРЫН НИСӘ ЙӘШТӘ ЯҘА?
БӘЛӘКӘЙ ШӘЙЕХЗАДА ТӘҮГЕ ШИҒЫРЫН НИСӘ ЙӘШТӘ ЯҘА?
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: