+14 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар 2023, 13:26

Украиналағы махсус хәрби операцияла һәләк булған Белорет яугирҙарының балалары Мәскәүҙә экскурсияла булып ҡайтты

Балаларҙы Белорт районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта оҙатып йөрөнө. Юл, йәшәү, сағыу экскурсия сығымдарын тулыһынса Белорет районы хакимиәте ҡаплаған.

Украиналағы махсус хәрби операцияла һәләк булған Белорет яугирҙарының балалары Мәскәүҙә экскурсияла булып ҡайтты
Украиналағы махсус хәрби операцияла һәләк булған Белорет яугирҙарының балалары Мәскәүҙә экскурсияла булып ҡайтты

Украиналағы махсус хәрби операцияла һәләк булған Белорет яугирҙарының балалары Мәскәүҙә экскурсияла булып ҡайтты.

Уларҙы “Ночные волки” байк-үҙәгендәге Яңы йыл тамашаһына Бөтә Рәсәй мотоклуб президенты Александр Залдастанов-Хирург саҡырғайны.

Балаларҙы Белорт районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта оҙатып йөрөнө. Юл, йәшәү, сағыу экскурсия сығымдарын тулыһынса Белорет районы хакимиәте ҡаплаған.

“Төнгө бүреләр” Белорет менән 2020 йылдан, Сосновка ауылындағы урман янғынында бергә ағастар ултыртҡан саҡтан алып дуҫ. Ул мәлдә байкерҙарҙы Белорет үҙе, халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығы әсир иткән.

Мәскәүгә туғыҙ бала, уларҙың әсәләре, уҡытыусылар барған. Балаларҙың барыһы ла тиерлек Рәсәйҙең баш ҡалаһында беренсе тапҡыр.

Әсәләрҙең дә, балаларҙың да самолетта осоуға, метроға иҫтәре киткән икән. “Революционная” станцияһында буйҙары еткәнсә бар таш һындарҙы тотоп ҡарағандар хатта.

Башта Мәскәү-ситиға барғандар. Кескәйҙәрҙе ғәжәйеп формалағы быяла бейек таш йорттар әсир иткән. Юғары тиҙлекле лифтта башняның 89-сы ҡатына ла менгәндәр. Унан Мәскәү ус төбөндәгеләй күренә!

“Чистая линия” туңдырма фабрикаһында ла булғандар, ә автобуслы экскурсияла балаларға башҡаланың төҙөлөү тарихын, мәскәүҙәрҙең нисек Бөйөк Ватан һуғышында ҡаланы фашисттарҙан һаҡлауҙарын һөйләгәндәр. Балалар Воробьев тауҙарына ла менгән.

Ҡыҙыл майҙанға бармаһаң, Мәскәүҙе күрмәнең, тигән һүҙ. Төп майҙанды ла күргән йәш сәйәхәтселәр.

Гражданлыҡ оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр уҡыу-методик үҙәгендә булып, янғын һүндереү, төрлө һауа торошо шарттарында катер менән идара итеү тренажерҙарында ла үҙҙәрен һынап ҡарағандар.

Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта балаларҙы бар яҡлап маҡтап телгә ала:

- Улар афарин, иғтибарлы һәм түҙемлеләр. Береһе лә арыйым, тип бәлә һалманы, бер-береһе хаҡында хәстәрлек күрҙеләр, дуҫлашып та өлгөрҙөләр.

Белорерт районы хакимиәтендә яу яланында һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләрен ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышалар. Мәғариф бүлеге лә, социаль хеҙмәттәр ҙә яугирҙарҙың ҡатындары менән даими бәйләнештә, ата-әсәләренең дә хәлдәрен беләләр, ауыр ҡайғыларын еңеләйтергә тырышалар.

Ҡайһы бер һәләк булған хәрбиҙәрҙең балалары Өфөлә, Екатеринбургта, Новосибирскта йәшәй. Андрей Иванюта улар менән дә бәйләнеш өҙмәй, уларҙың ата-әсәләре менән йәйгелек Сталинград өсөн алышҡа 80 йыл тулыу айҡанлы Волгоградҡа сәйәхәт планлаштыралар.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: