+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ғинуар 2023, 18:02

"Уны балалар ҙа, ололар ҙа Мортаҙа бабай тип атап йөрөттө"

Башҡортостандың халыҡ шағиры, балалар яҙыусыһы Гүзәл СИТДИҠОВА: 

"Уны балалар ҙа, ололар ҙа Мортаҙа бабай тип атап йөрөттө"
"Уны балалар ҙа, ололар ҙа Мортаҙа бабай тип атап йөрөттө"

Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы Рәхимов Башҡортостандың тәүге һәм һуңғы Президенты булды. Уны балалар ҙа, ололар ҙа Мортаҙа бабай тип атап йөрөттө, сөнки уны бик хөрмәт иттеләр.

Республикала ул булып китмәгән ауылдар бик әҙ ҡалғандыр. Ул эшләгәндә бик күп ауылдарға юл һалынды, газ үткәрелде. Бигерәк тә кешеләрҙе балалар баҡсалары һәм мәктәптәр һалыныуы һөйөндөрҙө.

Ә әсәйҙәрҙе нисек хөрмәт итә ине Мортаҙа олатай! Уларҙы миҙалдар менән бүләкләне, ҙур ғаиләләрҙә балаларға төрлө ярҙам күрһәтелде.

Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы ауылда донъяға килгән, шуға күрә ауыл эшен яҡшы белгән, хеҙмәт яратып үҫкән. Уның бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән. Асыға инек, яҙ тупраҡта ҡалған туң бәрәңгене йыйып ашай торғайныҡ, тип хәтерләй ине. Ә көҙгөһөн уңыш йыйғандан һуң баҫыуҙа һирәк-мирәк ятып ҡалған башаҡтарҙы йыйып, ҡул тирмәнендә тарттырып, әҙ генә икмәк бешерә алғандар.

Уның яратҡан һүҙҙәре"Эшләргә кәрәк" була торғайны. Эйе, көс һалмайынса ғына тормош яҡшырмай, алға китмәй. Уның был һүҙҙәре васыят булып ҡалды.

 

 

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: