+18 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ғинуар 2023, 16:24

"Мортаза Рәхимов балалар һәйбәт, уңайлы шарттарҙа белем алһын, тип тырышты"

Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа, уның эшмәкәрлегенә бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты. 

"Мортаза Рәхимов балалар һәйбәт, уңайлы шарттарҙа белем алһын, тип тырышты"
"Мортаза Рәхимов балалар һәйбәт, уңайлы шарттарҙа белем алһын, тип тырышты"

"Мортаза Рәхимовтың республика менән идара иткән йылдарында меңдән ашыу мәктәп асылды, был мираҫ менән бөгөн дә ҡулланабыҙ.

Советтар Союзынан ҡалған ағас белем усаҡтары урынына яңы, яҡты биналар һалынды, улар әлеге көнгә тиклем сафта. Был эш хәҙер килеп Башҡортостандың бөгөнгө Хөкүмәте тарафынан дауам ителә.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы балалар һәйбәт шарттарҙа уҡыһын тип тырышты.

Мин "Алые паруса" балалар үҙәгендә, "Ҡаланы үҫтереү буйынса йәмәғәт фонды" ойошмаһында эшләгән саҡта ул "Урал" хәйриә фонды аша гел ярҙам ҡулы һуҙҙы, бының өсөн рәхмәтем ҙур.

Мортаза Рәхимовтың, тулы мәғәнәһендә оло Шәхестең, ауыр тупрағы еңел булһын, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам", - тине Ольга Юрьевна. 

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: