+1 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ғинуар 2023, 23:52

"Балаларға бәләкәй саҡтарынан Мортаза Рәхимов хаҡында һөйләйбеҙ"

Ил ағаһы Мортаза Рәхимов хаҡында Өфөләге 95-се белем үҙәгенең директор урынбаҫары, тәрбиәсе Азалия БАЙМЫРҘИНА:

"Балаларға бәләкәй саҡтарынан Мортаза Рәхимов хаҡында һөйләйбеҙ"
"Балаларға бәләкәй саҡтарынан Мортаза Рәхимов хаҡында һөйләйбеҙ"

"Балалар баҡсалары эшмәкәрлегенең төп бурыстарының береһе – балаларҙа Тыуған илгә ихтирам, һөйөү уятыу, беҙ быны тарихыбыҙ, шәхестәребеҙ аша бойомға ашырабыҙ. Шәхестәр тигәс, Мортаза Рәхимов хаҡында ла балаларға бәләкәй саҡтарынан һөйләйбеҙ.

Мин үҙем бәләкәй саҡтан Мортаза Рәхимовты гел генә президентыбыҙ булып йөрөр тип уйлай инем. Ул иле, республикаһы, халҡы өсөн күп эштәр башҡарҙы.
Бала саҡта Әбйәлил районы Рысҡужа ауылында кемдеңдер элекке өйө булып торған иҫке генә мәктәптә уҡыныҡ. Тап Мортаза Ғөбәйҙулла улы беҙҙең ауылда мәктәп асты. Башланғыс кластар өсөн өр-яңы, матур, бөтә уңайлыҡтары булған кирбестән белем усағы ҡалҡып сыҡты.

"Рәхимов килә!" тигәс, бар ауыл гөр килеп уны ҡаршыларға әҙерләнде. Беҙ, балалар, матур башҡорт күлмәктәребеҙҙе кейеп, президентты йыр, шиғырҙар менән ҡаршы алдыҡ. Эргә-тирә ауылдарҙан кешеләр йыйылды.

Ул саҡта мәктәптә эшләгән әсәйем "Ҡыҙылым" фольклор ансамбле менән Мортаза Рәхимовты ололап аҡ кейеҙгә баҫтырмаҡсы инеләр, уның "Мин килен түгел бит, килен төшөргәндә генә уны аҡ кейеҙгә баҫтыралар" тип шаяртҡанын иҫләйем.

Башҡортостандың беренсе президенты шул хәтлем кешелекле, ихлас, ябай булды. Күп мәктәптәр, балалар баҡсалары асты ул. Башҡорт халҡының ысын шәхесе".

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: