-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ғинуар 2023, 20:29

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Луганск Халыҡ Республикаһы балалары өсөн мәғариф сменаһы үтә

Әлеге мәлдә университетта Петровское ҡалаһындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се һанлы һәм Краснолуч ҡасабаһындағы Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәнов исемендәге 29-сы һанлы мәктәптең 11-се класс уҡыусылары. Мәғариф сменаһын асыу тантанаһы БДПУ-ның Технопаркында уҙҙы.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Луганск Халыҡ Республикаһы балалары өсөн мәғариф сменаһы үтә
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Луганск Халыҡ Республикаһы балалары өсөн мәғариф сменаһы үтә

"2022 йылда ике мәктәп менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә һәм ысын мәғәнәһендә дуҫ булырға һөйләшкәйнек, – ти БДПУ ректоры Салауат Сәғитов, – Көҙгөлөк уҡытыусылар килде, хәҙер уҡыусыларҙы ҡабул итеүебеҙгә шатбыҙ. Быйыл һеҙгә мәкәпте тамамлағас ҡайҙа уҡырға барырға, кем булырға тигән мөһим бурысты үтәргә кәрәк. Башҡортостандың бар юғары уҡыу йорттары һеҙҙе ҡабул итергә әҙер".

Тәбрикләү һүҙе менән Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да сығыш яһаны, ул да Луганск менән тығыҙ бәйләнеш хаҡында һөйләне, уҡыусыларҙың мәктәптән һуң Башҡортостандағы университеттарҙы һайлауына өмөт белдерҙе.

Ҡунаҡтар исеменән рәхмәт һүҙҙәре менән уҡыусылар һәм Краснолучтағы 29-сы һанлы мәктәп директоры Елена Борзых сығыш яһаны.
"Ҡояшлы Өфөлә булғаныбыҙға шатбыҙ. Тышта һыуыҡ булһа ла, был ҡалала беҙҙе гел йылы, ҡолас йәйеп ҡаршы алалар. Һеҙҙең ярҙамығыҙҙы тоябыҙ, үткән йыл тап ошо ярҙамығыҙ арҡаһында һаман беҙ аяғөҫтө... Рәхмәт һеҙгә!" – тине ул.

Уҡыусыларҙы сағыу мәғариф һәм күңел асыу программаһы көтә: Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусылары улар өсөн медиатив технологиялар һәм лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү буйынса тренингтар, интенсивтар үткәрәсәк.

Шулай уҡ сменала ҡатшаныусылар өсөн "Өфө-Арена"ла "Салауат Юлаев" хоккей клубынан оҫталыҡ дәрестәре әҙерләнгән, улар рус лаптаһын уйнарға ла өйрәнәсәк, "Рәсәй – минең тарихым" үҙәгенә экскурсияға барасаҡ.

Уҡыусылар тағы ла Башҡортостандың Милли музейында буласаҡ, Өфө буйлап автобуста сәйәхәт ҡыласаҡ.
Мәғариф сменаһында һөнәр һайлауға айырым иғтибар бүленәсәк.

 

Фото: БДПУ-ның матбуғат үҙәге 

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: