+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ғинуар 2023, 12:56

Башҡортостандағы балалар баҡсалары һәм мәктәптәр өсөн үткән йыл нимәһе менән әһәмиәтле?

Мәғариф һәм фән министрлығы 2022 йылға йомғаҡ яһаны. 

Башҡортостандағы балалар баҡсалары һәм мәктәптәр өсөн үткән йыл нимәһе менән әһәмиәтле?
Башҡортостандағы балалар баҡсалары һәм мәктәптәр өсөн үткән йыл нимәһе менән әһәмиәтле?

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин балаларға мәктәпкәсә һәм урта белем биреү тармағында үткән йылға йомғаҡ яһаны.

2022 йылда Башҡортостанда 63 мәктәп төҙөкләндерелгән. Рәсәй Президенты Владимир Путин мәктәптәргә тулыһынса капиталь ремонт үткәрергә ҡарар итте. 2023 йылда республикала 77 мәктәп бинаһында ремонт уҙасаҡ.

Мәктәпкәсә белем биреүгә килгәндә, Башҡотостанда "Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты" программаһы бойомға ашырыла, ул дәүләт балалар баҡсаларында урын етмәгән ике айҙан өс йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәләренә шәхси балалар баҡсаларына муниципаль баҡса хаҡы менән йөрөү хоҡуғын бирә.
Үткән йылда сертификат 2000 кешегә таратылһа, быйыл уларҙың һаны 2150-гә артасаҡ.

2022 йылда Өфө, Күүмертау, Нефтекама ҡалаларының һигеҙ мәктәптәрендә авиатөҙөлөш йүнәлеше буйынса инженер кластары төҙөлгән, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморато исемендә 79 класс асылған. Башҡортостан Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы буйынса иң көслө 10 төбәк исемлегенә ингән.

"Мәғариф" милли проекты, "Үҫеш нөктәһе" программаһы сиктәрендә 240 мәктәп заманса технологиялар менән йыһазландырылған.
Туғыҙ балалар баҡсаһы психологик-педагогик, методика һәм консультация ярҙамы күрһәтелеүгә грант алған.

1-4 класс уҡыусылары, мөмкинлектәре сикләнгән балалар, күп балалы ғаиләләрҙән балалар, Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Херсон, Запорожье өлкәһенән килгән балалар мәктәптәрҙә бушлай иртәнге аш менән тәьмин ителгән.

2023 йыл Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителеү сәбәпле, уҡытыусыларға күп төрлө ярҙам күрһәтеләсәк.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: