+1 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ғинуар 2023, 15:07

Бала ғаиләлә йәшәргә тейеш

Башҡортостанда 2022 йылда ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән граждандар һаны 47 процентҡа кәмегән.  

Бала ғаиләлә йәшәргә тейеш
Бала ғаиләлә йәшәргә тейеш

- Ғаиләләр менән һөҙөмтәле эш алып барыу дауам итә, - тип аңлатма бирә Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. - Бала учреждениела түгел, ә ғаиләлә йәшәргә тейеш. Республикала етем балалар өсөн йәмғеһе 18 учреждение бар, уларҙың 17-һе беҙҙең ҡарамаҡта. Федераль «юл картаһына» ярашлы, субъекттарға бөтә ойошмаларҙың да берҙәм ведомство буйһоноуы тураһында ҡарар ҡабул итергә тәҡдим ителде, шуға күрә 2023 йылдың 1 ғинуарынан Сабыйҙар йорто ла беҙҙең министрлыҡ ҡарамағына күсә.

2022 йылда ла Башҡортостан ғаиләләре Бөтә Рәсәй конкурстарында уңыш яулап, еңеү менән ҡайтты. Мәҫәлән, «Йыл ғаиләһе - 2022» Бөтә Рәсәй конкурсында «Ауыл ғаиләһе» номинацияһында Тәтешле районынан Муллахмәтовтар ғаиләһе еңеү яуланы. Мәләүез районынан Абдуллиндар «Волга буйының уңышлы ғаиләһе - 2022» конкурсының «Ижади ғаилә» номинацияһында еңеүсе булды. Бүләктәрҙе Мәскәүҙән Өфө хакимиәтенең Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы командаһы ла алып ҡайтты. «Бала яғында» беренсе бөтә Рәсәй конкурсында Өфөнән коллегаларыбыҙ «Мәғлүмәт технологиялары лидеры» номинацияһында иң яҡшылары булды, ә Идаралыҡтың юридик бүлеге начальнигы Владислав Жирнов «Судта балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау» номинацияһында еңде.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: