+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ғинуар 2023, 16:29

Мобилизацияға алынғандарҙың ғаиләләренә ниндәй социаль ярҙам күрһәтелә?

Балалар өсөн аҡсалата айлыҡ пособиелар, уларға кәрәкле рәсми ҡағыҙҙар юллау, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, кредит каникулдары йәһәтенән мәсъәләләрҙе хәл итеү... 

Мобилизацияға алынғандарҙың ғаиләләренә ниндәй социаль ярҙам күрһәтелә?
Мобилизацияға алынғандарҙың ғаиләләренә ниндәй социаль ярҙам күрһәтелә?

Мобилизацияға эләккәндәрҙең ғаиләләре Башҡортостандың Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығынан бер нисә төр социаль ярҙам ала.

Аҡсалата пособиелар Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ғаилә башлығының килем күләменә ҡарамай билдәләнә.

2023 йылда Берҙәм пособиенан тыш алты төр социаль ярҙам ҡаралған:

- күп балалы ғаиләләрҙең айырым төрҙәренә айлыҡ пособие (дүртенсе бала өсөн 1,5 мең һум, бишенсе һәм унан артабанғы балалар өсөн 2 мең һум);
- 16 (18) йәшкә тиклемге балалар өсөн айлыҡ пособие;
- күп балалы ғаиләләр өсөн торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр буйынса сығымдарҙы ҡаплау (ай һайын);
- бер юлы ике йәки унан күберәк балалар тыуған ғаиләләргә айлыҡ балалар пособиеһы (3 йәшкә тиклем);
- социаль контракт нигеҙендә дәүләттең социаль ярҙамы;
- "Балалары булған ғаиләләргә айлыҡ пособиелар" Федераль законы буйынса беренсе йәки икенсе балаға әсәлек (ғаилә) капиталынан айлыҡ пособие.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә шулай уҡ өйгә бушлай социаль ярҙам, ҡарттар йортона һәм психоневрологик диспансерҙарға сиратһыҙ урынлаштырыу ҡаралған.

Был ярҙамдарҙы алыр йәки өҫтәлмә мәғлүмәт өсөн 8-800-775-00-14 номеры буйынса ҡыҙыу бәйләнешкә йәки туранан-тура Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Адресы: Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 136/2, телефоны: +73472865105.

Шулай уҡ Башҡортостандың һәр районы һәм ҡалаһында социаль координаторҙар эшләй, был хаҡта мәғлүмәт http://rcson.mintrudrb.ru/posts/204348 сайтында.

Һәр район-ҡалаларҙың белгестәре ғаиләләргә психологик ярҙам күрһәтеп кенә ҡалмай, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаилә ағзаларына социаль түләүҙәргә, алименттар, мираҫҡа документтар юлларға, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә булған бурыстар менән мәсъәләне хәл итергә, кредит каникулдарына ғариза яҙырға ла ярҙам итә.

 

Фото alldaily.ru сайтынан. 

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: