+33 °С
Ясно
VK
Яңылыҡтар
1 Января 2023, 16:51

Өфөлә Яңы йыл костюмдары парады уҙҙы

Иң үҙенсәлекле костюм эйәһе кемдәр? 

Өфөлә Яңы йыл костюмдары парады уҙҙыӨфөлә Яңы йыл костюмдары парады уҙҙы
Өфөлә Яңы йыл костюмдары парады уҙҙы

Өфөлә "Яңы йыл каникулдары "TERRA ZIMA-2023" фестивале сиктәрендә карнавал костюмдары парады уҙҙы.

Һөҙөмтәлә иң үҙенсәлекле, сағыуҙары билдәләнде.

Баһалама ағзалары бер тауыштан Межгорье ҡалаһы командаһын һайланы - улар "Урал батыр" эпосы буйынса кейенгән.

Карнавалдың мини-мистеры ла билдәләнде, ул - Артем Папушин. Ә "Мини-мисс" - игеҙәктәр Маша менән Саша Навалихиндар.

Фестиваль баш ҡалала 3 ғинуарҫа тиклем уҙа. 2 ғинуар ҡышҡы һабантуй һәм самауырҙар бәйгеһе булды, һуңғы көндә Ағиҙел ярында ат саралары парады көтөлә.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас