+26 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Декабрь 2022, 12:25

Балаларҙың Яңы йыл теләктәрен үтәп

"Теләктәр шыршыһы" кескәй дуҫтарыбыҙҙың хыялдарын тормошҡа ашырыуын дауам итә.

Балаларҙың Яңы йыл теләктәрен үтәп
Балаларҙың Яңы йыл теләктәрен үтәп

Дәүләт думаһы депутаты Наталья Орлова ла "Теләктәр шыршыһы" Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты.

Дәүләкән районынан 13 йәшлек Иллиана Мәскәүгә барып Третьяков галереяһын, зоопаркты күрергә, ә Өфөнән ете йәшлек Полина синтезатор хаҡында хыялланған.

Наталья Орлова ярҙамында уларҙың хыялдары тормошҡа аша.

Өфө районынан Илья хоккей ярата, "Салауат Юлаев" хоккей командаһының бар уйынсыларын белә, үҙе лә конькила шыуырға хыяллана икән. Уға депутат яңы хоккей экипировкаһы бүләк итте.

Шулай уҡ Өфө районынан Андрей исемле малай бүләккә LEGO конструкторы алды. Ун ике йәшлек Асҡар йөҙөү, йүгереү, велоспорт менән шөғөлләнә. Ул хәҙер ҡышҡылыҡ та велоспорт буйынса оҫталыҡтарын камиллаштыра ала -- Наталья Орлова уға велотренажер тапшырҙы.

Депутат шулай уҡ Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡа ғаиләләрҙәге балалар менән осрашып уларға бүләктәр тапшырҙы, ваҡытлыса йәшәү пункттарында көн күргән балалар ҙа уның ҡулынан бүләк алып ҡыуанды.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: