-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Декабрь 2022, 16:27

Яңы йыл алдынан хыялдар тормошҡа аша!

Яңы йыл – мөғжизәләр мәле, был осорҙа ысын күңелдән теләнгән бар теләктәр ҙә бойомға аша. Ҡыш бабай бигерәк тә балаларҙың хыялдарын ысынға әйләндерә...

Яңы йыл алдынан хыялдар тормошҡа аша!
Яңы йыл алдынан хыялдар тормошҡа аша!

Стәрлетамаҡтан ун дүрт  йәшлек Любовь Климова мәҫәлән бәләкәй сағынан алып самолеттар ярата, стюардесса булырға хыяллана. Үҙен был ролдә һынап ҡарарға теләп ул Бөтә Рәсәй хәйриәлек акцияһына хат яҙа.

Любовты әсәһе менән “Өфө” халыҡ-ара аэропортына саҡырып экскурсия ойошторҙолар, уларҙы аэровокзалдың эшмәкәрлеге менән таныштырҙылар, ябац пассажирҙарға инергә ярамаған ерҙәрҙе лә күрһәттеләр хатта. Иң сағыу ваҡиға шулай ҙа Боинг-737 самолетының салонын күреү ине. Тәжрибәле авиация хеҙмәткәрҙәре был һөнәрҙең эстәлеге, серҙәре хаҡында һөйләне, самолеттың төҙөлөшөн, пилоттың кабинетын күрһәтте Любаға. Экскурсия һуңында Люба уларға ла, үҙенә лә бында инде стюардесса булып әйләнеп ҡайтырға һүҙ бирҙе.

Өфөнән 13 йәшлек Маша Юферованың иһә һөнәри спортсы булғыһы килә. Ул һигеҙ йыл буйы  ул Даун синдромына ҡарамаҫтан тауҙан шыуыу спорт төрө менән шөғөлләнә. Әсәһе Гөлнара Юферованың һүҙҙәре буйынса, Маша яҡты күңелле, тормошто һөйөүсән, үҙ маҡсаттарына ирешеүсән бала. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округы буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың бойороғо буйынса Башҡортостандың төп федераль инспекторы Алексей Касьянов Машаның күнекмәләренә барып уға тау саңғылары бүләк итте, секцияның башҡа ҡатнашыусыларына тәмлекәстәр тапшырҙы.

Үрҙә яҙып үткән Любаның хыялын да Игорь Комаровтың ҡушыуы буйынса Алексей Касьянов тормошҡа ашырҙы. Быларҙың барыһы ла “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй хәйриәлек  акцияһы сиктәрендә башҡарыла. Идея авторы – Рәсәй Президенты Владимир Путин. Балалар йортонда тәрбиәләнгәндәр, ауыр хәлгә эләккән йәки мөмкинлектәре сикләнгән балалар, пенсия йәшендәге ололар – уларҙың барыһы ла Яңы йыл алдынан бүләктәр алып ҡыуана.

Теләгән һәр кем уларҙы хыялдарын тормошҡа ашыра ала, бының өсөн елкажеланий.рф сайтына инеп теркәлергә, интерактив шыршынан бер открытканы асырға һәм артабан күрһәтмә буйынса эш итергә кәрәк.

Яңы йыл алдынан хыялдар тормошҡа аша!
Яңы йыл алдынан хыялдар тормошҡа аша!
Яңы йыл алдынан хыялдар тормошҡа аша!
Яңы йыл алдынан хыялдар тормошҡа аша!
Яңы йыл алдынан хыялдар тормошҡа аша!
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: