-2 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2022, 16:05

"Беҙ был Яңы йыл бүләген балаларға атайҙары исеменән тапшырабыҙ"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың ғаиләләренә күрһәтелгән ярҙам хаҡында һөйләне.

"Беҙ был Яңы йыл бүләген балаларға атайҙары исеменән тапшырабыҙ"
"Беҙ был Яңы йыл бүләген балаларға атайҙары исеменән тапшырабыҙ"

Республика етәксеһе фекеренсә, бындағылар, бигерәк тә хакимиәт вәкилдәре ил мәнфәғәтен ҡайғыртҡан ир-егеттәрҙең яҡындарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тейеш.

"Кәмһетергә юл ҡуймаҫҡа, ауыр хәлдәрҙә шунда уҡ ярҙам ҡулы һуҙырға - ошоноң өҫтөндә эшләйбеҙ әле. Был оҙайлы ваҡытҡа күҙалланған, хәрби операцияның аҙағына тиклем һуҙылған система булырға тейеш", - тине Радий Хәбиров.

Махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың яҡындарына килгәндә, Башлыҡ улар хаҡында һәр ваҡыт хәстәрлек күреү мөһимлеген белдерҙе.

Яңы йыл хөрмәтенән мобилизацияға эләккәндәрҙең ғаилә вәкилдәренең һәр береһенә 20 мең һум - ул Башҡортостан Хөкүмәтенән түгел, ә яугирҙарҙың үҙенән бүләк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.

"Беҙ был аҡсаларҙы балаларға уларҙың атайҙары исеменән тапшырабыҙ. Аталары яуҙа булыу сәбәпле, улар балаларына үҙ ҡулдары менән бүләк бирә алмай, шуға күрә был бүләк -атайҙарынан, ирҙәренән, ағайҙарынан", - тине Радий Хәбиров.

 

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: