Әсәйең мине тыңлармы икән һуң?”– тигәйнемә яуапты ишетеп, аптырап ҡалдым: “Ул бит һеҙҙең шиғырҙарығыҙҙы уҡый, илай...”
Шулай итеп баланан телефонды алып, әсәй кешегә шылтыраттым.
Әлбиттә, башта ишетмәгән һүҙ ҡалманы: “Шул ҡыҙымдың ғына эше инде, “Аҡбуҙат”ты ҡарап ултыра ине шул. Ә һеҙ кем әле миңә йәшәргә өйрәтергә? Шағирәләр һеҙ үҙегеҙҙе кем тип беләһегеҙ? Ҡыҫылмағыҙ минең тормошома. Шағирәмен тигәс тә, кеше ғаиләһенә ҡыҫыла алам тип уйлайһығыҙмы әле?” Ҡысҡырҙы, ҡысҡырҙы ла, яңы танышым телефонын һалып ҡуйҙы.
Әммә яңынан шылтыратты. Илай-илай хәлен һөйләй. Баҡтиһәң, себерҙә йөрөп, ире эсергә әүәҫләнеп киткән икән.
Әммә шунда эшләгән арала бында өй һалғандар, машина алғандар, өҫ-баштары бөтөн, ләкин... Ана шул тегенән ҡайта ла эсә башлай икән... “Түҙерлек түгел...Таслап аҙна буйы эсә лә ҡуя... Холҡо ла үҙгәрҙе....” – тине ул.
Оҙаҡ һөйләштек беҙ. Барыһын да бында сығарып яҙып та, һөйләп тә булмай. Шәхси тормошомдан да миҫалдар килтереп, ғаиләнең ҡәлғә булыуын аңлатырға тырыштым. Ире менән айырылышмаҫҡа кәңәш иттем: бынау ҡыҫҡа ғына ғүмерҙә, етмәһә, өс балалары бар.
Әлеге аҡылым былтыр булһа, тигән саҡтарым булды! Шуға күрә ҡатын – ирҙе һаҡларға, ир ҡатынды ҡурсаларға тейеш инде ул.
Башҡорт ирҙәре, атайҙары улар бит үҙҙәренә бер башҡа.
Башҡорт ире бәлки һиңә, әйҙә, анау ресторанға алып инәм, магазиндарҙа сдача кәрәкмәй, йә булмаһа, әйләнгән һайын сәскә бүләк итмәҫ, әммә улар менән тормош ғүмергә ҡорола һәм бары тик һин үҙең уның берҙән-бер була алаһың.
Башҡа халыҡтарҙың матурҙары аҙым һайын. Башҡорт ире алдында сәсең ағарҙы, йөҙөңдө сырыш баҫты, тип ҡайғырмаҫһың, ул тәрән асыллы.
Шуға күрә “Аҡбуҙат”ты уҡыған һәр баланың атайлы-инәйле булыуын да теләр инем мин. Телефондарын һаҡларға онотҡанмын, шуға күрә был ғаиләнең артанбанғы яҙмышын белмәйем, әммә баяғы баланың үҙәкөҙгөс тауышын ҡабат ишетелмәне. Быларҙы бөгөн ни өсөн һөйләйем? Бөгөн баҫма балала милли тойғо тәрбиәләү менән бергә, ғаиләләргә дуҫ та, серҙәш тә, хатта махсус белгестәр ярҙамы үҙәге лә була ала. Был мөһим һәм кәрәк тә!