Грипп һәм ОРВИ менән Башҡортостанда мәктәп йәшендәге һәр унынсы бала ауырый.
Был хаҡта Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте.
Йәмғеһе республиканың белем усаҡтарында 509 мең бала уҡый, әлеге ваҡытта уларҙың 46 меңе ауырый.
Иң күп сирләгән балалар Өфөлә.
Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, айырым мәктәптәрҙә эпидемик хәл-торош киҫкенләшһә, мәктәп дистанцион уҡыу тәртибенә күсәсәк.
"Карантин яҡынса бер аҙна тирәһе барасаҡ, әммә был уҡыуҙар туҡтала тигәнде аңлатмай. Ковид ваҡытында был яҡҡа оҫтарҙыҡ", – ти мәғариф министры Айбулат Хажин.
Фото: kazanfirst.ru