Сериал ата-әсәләр һәм балаларҙың үҙ-ара ҡатмарлы мөнәсәбәттәре тураһында.
Төп геройҙар – үҫмерҙәр, улар төрлө ғаиләләрҙән: кемдер күп балалы ғаиләнән, кемдер әсәһен юғалтҡан, атаһы менән генә көн күрә, кемдер ғаиләлә берҙән-бер бала, әммә ата-әсәһенең иғтибарын тоймай.
Төп герой 12 йәшлек Артур олатаһына тыуған нигеҙен ҡайтарырға ярҙам итергә ҡарар итә. Ул дуҫтары менән оло тормоштоң ысын һынауҙарына дусар була һәм был тормошта иң мөһиме ғаилә икәненә төшөнә...
Сериалдың идея авторы, "Тамыр" телеканалының директоры Гөлназ Ҡолһарина эш барышы тураһында һөйләне:
- Һәр проектҡа тотонор алдынан үҙ-үҙебеҙгә мөһим һорау бирәбеҙ: был кино нимә тураһында? Сценарий авторы Дамир Йосопов та тәү сиратта ошо һорауҙы бирҙе. Яуап: балаға ололар терәге кәрәк. Ошонан сығып "Уйынсыҡ түгел" исеме яралды. Башта "Бирешмә. Перезагрузка" тип уйланылған ине, әммә был – өр-яңы тарих, һәм ул яңы исем талап итте.
"Уйынсыҡ түгел"де 1 ғинуарҙан һәм кис 22.00 сәғәттә БСТ каналында ҡарағыҙ.