+8 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2022, 19:15

"ТУҒАН ТЕЛ" ҠЫРҠ БИШ ТЕЛДӘ

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың үлемһеҙ "Туған тел"е рус, авар, нуғай, украин, итальян, беларусь, ҡумыҡ, цахур, фарсы һәм башҡа телдәрҙә бер китапҡа тупланды.

"ТУҒАН ТЕЛ" ҠЫРҠ БИШ ТЕЛДӘ
"ТУҒАН ТЕЛ" ҠЫРҠ БИШ ТЕЛДӘ

Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бойороғона ярашлы был ваҡиға киң ҡолас менән билдәләнә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, "Аҡбуҙат" журналы шағирҙың юбилейы айҡанлы уның данлыҡлы "Туған тел" шиғырының донъя телдәренә тәржемәләрен туплаған йыйынтыҡ сығарҙы.

Китапҡа ингән 45 тәржемәне Рәсәйҙең генә түгел, унан ситтә лә йәшәгән халыҡ шағирҙары, Яҙыусылар союздары ағзалары, тәржемәселәр башҡарҙы. Рәми Ғариповтың үлемһеҙ "Туған тел"е рус, авар, себер татарҙары, нуғай, украин, итальян, беларусь, ҡумыҡ, цахур, фарсы һәм башҡа телдәрҙә китапҡа баҫылды.

Был эштә айырыуса балалар шағирҙары әүҙемлек күрһәтте: "Тангчолпан" ҡумыҡ балалар журналы һәм уның баш мөхәррире Супиянат Мамаева, "Лачин" даргин балалар журналы, баш мөхәррире Аминат Абдулманапова.

"Туған тел" шиғыры башҡортса әҙәби телдә генә түгел, телебеҙҙең диалекттарына ла тәржемә ителде.

Рәми Ғарипов үҙе илленән ашыу авторҙың донъяуи шиғырҙарын башҡортсаға тәржемә иткән ижадсы.

Проект авторҙары - Лариса Абдуллина һәм Беларусь республикаһынан Светлана Быкова. Китаптың рәссамы - шағир улы Азамат Ғарипов, дизайнеры - Анатолий Корнеев.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: