+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Декабрь 2022, 19:20

Башҡортостан мәктәптәрендә М. Шайморатов исемендәге штаб-фатирҙар барлыҡҡа киләсәк

“Шайморатов кластары” эшләгән барлыҡ мәктәптәрҙә лә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб-фатирҙар булдырыласаҡ.

Башҡортостан мәктәптәрендә М. Шайморатов исемендәге штаб-фатирҙар барлыҡҡа киләсәк
Башҡортостан мәктәптәрендә М. Шайморатов исемендәге штаб-фатирҙар барлыҡҡа киләсәк

«Бәләкәй Тыуған илем - Атайсал» муниципаль форумы сиктәрендә «Беҙ - шайморатовсылар! Шуның менән ғорурланабыҙ!» һәм хәрби-патриотик тәрбиә буйынса түңәрәк өҫтәл үтте. Был секция эшендә туғыҙ муниципаль берәмектән М.М.Шайморатов исемендәге класс уҡыусылары ҡатнашты.  Форумда ҡатнашыусылар легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылына барҙы. Шулай уҡ ҡунаҡтар легендар комдивтың һәйкәленә сәскәләр һалды.

Икенсе муниципаль-ара форумды 9 декабрҙә үткәреү осраҡлы түгел. Бөгөн бөтә ил Ватан Геройҙары көнөн билдәләй. Ошо көндә легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған төйәгендә булыуыбыҙға шатбыҙ. Үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү төп бурыстарыбыҙҙың береһе булып тора. Сөнки беҙҙең киләсәгебеҙ уларға бәйле”, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.

Стандарт буйынса «шайморатов кластары» эшләгән мәктәптәрҙә кабинеттар, мәктәп музейҙары, мәғлүмәт стендтары, тематик мөйөштәр, Рәсәй Геройы генерал-майор М.М.Шайморатовтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә, шулай уҡ 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһының хәрби юлына һәм Башҡортостандың башҡа күренекле хәрби тарих вәкилдәренә арналған экспозициялар булдырылырға тейеш. Был эштә өлгөлө миҫал булып 2022 йылдың авгусында - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры тыуған көндә - «СМАРТ» 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияһында асылған М.М. Шайморатов исемендәге штаб-фатир тора.

Штаб-фатирҙың исем туйы Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында «Бәләкәй Тыуған илем - Атайсал» муниципаль форумы сиктәрендә үтте. 2-се һанлы «СМАРТ» гимназияһы директоры Наил Әминевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, штаб-фатирҙа уҡыусыларға хәрби-патриотик тәрбиә биреү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, унда улар ҙур теләк менән белем ала. Бында «Шайморатов кластары» өсөн сафта йөрөү һәм атыу әҙерлеге буйынса дәрестәр уҙғарыла, йәш шайморатовсылар автоматтарҙы һүтеп-йыйыу күнекмәләре ала, хәрби уҡтан, арбалеттан, винтовканан, пистолеттан атыу оҫталығы үтә.

Шулай уҡ штаб-фатирҙа М.М.Шайморатовтың хәрби наградалары, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы һәм интерактив панель бар. Гимназия уҡыусылары 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы подразделениелары командирҙары, СССР геройҙары һәм Дан ордены кавалерҙары тураһындағы мәғлүмәт менән таныша ала.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: