+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ноябрь 2022, 13:24

"Родина" кинотеатрында башҡорт киноһы аҙнаһы!

Декабрҙең беренсе көнөнән ҙур экранға режиссер Айнур Асҡаровтың "Буран" фильмы сыға. Төп ролдә – Рәсәй кино донъяһының билдәле актеры – Александр Головин. Шулай уҡ ете көн дауамында "Өс таған", "Йыл ғаиләһе" фильмдары ла күрһәтеләсәк. Айнурҙың был фильмдарында төп ролдәрҙәге балалар сағыу уйыны менән иғтибарҙы йәлеп итә.

"Родина" кинотеатрында башҡорт киноһы аҙнаһы!
"Родина" кинотеатрында башҡорт киноһы аҙнаһы!

Фильмдарҙы "Пушкин картаһы" менән дә түләп ҡарап була.

Беҙ барыһын да "Башҡортостан" киностудияһы һәм "Асҡарфильм" компанияһы төшөргән фильмдарҙы ҡарарға саҡырабыҙ. Һәр фильмдарҙан һуң ижади осрашыуҙар үтәсәк. Яратҡан тамашасыларыбыҙ менән "һорау-яуап" форматында аралашырға, тәьҫораттар менән уртаҡлашырға йыйынабыҙ. Барыһын да көтәбеҙ! – ти Айнур Асҡаров.

"Буран" фильмына килгәндә, ул Свердлов киностудияһында төшөрөлә. Сюжет нигеҙендә – Хәйбулла районында 2016 йылды ҡышында булған ысын хәл.

"Родина" кинотеатрында башҡорт киноһы аҙнаһы!
"Родина" кинотеатрында башҡорт киноһы аҙнаһы!
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: